+20 °С
Болотло
Йәмәғәт эштәрендә һәр саҡ әүҙемлек күрһәткән эшҡыуар Ольга Белоусова изге ғәмәлдәре менән райондаштарыбыҙға яҡшы таныш. Ольга Викторовна район, республика конкурстарында ла үҙ көсөн һынай һәм уңыштарға өлгәшә.
Районыбыҙҙағы изге башланғыстарҙы һәр саҡ күтәреп алып, уны тормошҡа ашырыуҙа ихлас ҡатнашыусы райондашыбыҙ “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһында ла һәр йылды ҡатнаша. Был юлы ла Ольга Викторовна изге эштән ситтә ҡалманы. Ул “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы Петропавловка ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветеранына бүләк итте.
Изге Рамаҙан айында изге ғәмәл ҡылыусы эшҡыуарға артабан да уңыштар, ғаилә бәхете һәм именлек теләйбеҙ!
Наилә Имаева.