Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Апрель 2023, 15:30

Ҡылғандары бары изгелек

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында еңеү яулаусы Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндар ҙа “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһына ҡушылып, ике гәзит бүләк итте.

Ҡылғандары бары изгелек
Ҡылғандары бары изгелек

 

Сураш ауылында йәшәп, үҙҙәре һымаҡ уңған, тырыш, мәрхәмәтле, аҡыллы дүрт бала тәрбиәләүсе Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндарҙы районыбыҙҙа бик яҡшы беләләр. Улар  дүртенсе йыл инде Сураш һәм Солтанбәк ауылдары халҡын тәмле, хуш еҫле икмәк бешереп һыйлай.

Бар эшкә лә оҫта  ғаилә  башлығы  Динар Рәзиф улы “Атайсал” проектының иң әүҙем ҡатнашыусыһы ла. Ул ошо проект сиктәрендә тыуған ауылында күперҙе ремонтлаша, ауыл байрамдарын үткәргәндә сәхнә, өҫтәл-эскәмйәләр яһауҙа ла,  материалдар менән дә, аҡсалата ла  ярҙам итә. “Атайсал” проекты сиктәрендә Динар Рәзиф улының  ҡылған изге ғәмәлдәре  Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосоповтың Рәхмәт хаттары, төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.

 Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса  “Изгелек ағасы”  хәйриә акцияһы тураһында әйткәс тә, был мәрхәмәтле, ярҙамсыл ғаилә ихлас ризалашып, почтальондары Лидия Маусул ҡыҙын саҡырып, ике “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылды. Береһен —  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттың әсәһенә, икенсеһен  хаҡлы ялдағы оло йәштәге ауылдаштарына бүләк итте.

Изгелек өләшкәндән арта ғына, тиҙәр.  Зөлфиә һәм Динар, һеҙҙең изге эштәрегеҙ ҙә үҙегеҙгә мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын!  Эштәрегеҙ уң барһын!

Наилә Имаева.

Ҡылғандары бары изгелек
Ҡылғандары бары изгелек
Ҡылғандары бары изгелек
Ҡылғандары бары изгелек
Ҡылғандары бары изгелек
Ҡылғандары бары изгелек
Читайте нас: