+20 °С
Болотло
Матылар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтары өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға баштан уҡ ҡушылды. Улар яугирҙарға ярҙам итеүҙең төрлө юлдарын эҙләй. Иҫке Балтаста маскировкалау селтәре үрә башлағандарын белгәс, унда барып, был эштең нескәлектәренә өйрәнеп ҡайттылар. Һәм бергәләп ауыл клубы бинаһында әлеге селтәрҙе үрә башланылар. Хәҙер клубта көндөҙ ҙә, кисен дә эш ҡайнай. Ҡасан барып инһәң дә, ҡулдарына таҫма тотҡан уңған ханымдар селтәр үрә.
— Беҙҙең ауылда берҙәм һәм татыу халыҡ йәшәй. Был изге эшкә ҡушылмаған кеше ҡалмағандыр, моғайын. Бында иң мөһиме — ысын куңелдән, изге ниәттәр менән яһау, — ти матылар.
Фирғәт Нәбиуллин.