Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Март 2023, 11:19

Егеттәр беҙҙе көтә

Яугирҙәргә сираттағы автоколонна китте. Ул иҫтәлекле датаға — Ҡырымдың Рәсәй менән берләшеүенә бағышланған.Тулыһынса уҡығыҙ:

Егеттәр беҙҙе көтә
Егеттәр беҙҙе көтә

Кисә Башҡортостан быйылғы иң ҙур гуманитар ярҙам автоколоннаһын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатты. Автоколонна 33 техниканан тора: 12 ҙур йөк машинаһы, йөк тралдары, 14 еңел автомобиль һәм ете микроавтобус.

Республика Башлығы Радий Хәбиров йөкләмәһе буйынса, махсус хәрби операция биләмәһендәге Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев батальондарына һәм мобилизацияланған яугирҙәргә йылы кейем, дарыу, канцелярия тауарҙары, аҙыҡ-түлек, шәхси посылкалар, махсус ҡорамалдар һәм техника алып киттеләр. Гуманитар ярҙамды әҙерләүҙә республиканың битараф булмаған кешеләре, предприятиелар, эшҡыуарҙар ҡатнашҡан.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдереүенсә, сираттағы автоколоннаны ебәреү иҫтәлекле датаға — Ҡырымдың Рәсәй менән берләшеүенә бағышланған.

– Был - бөтә илебеҙ өсөн әһәмиәтле көн - Севастополь һәм Ҡырым халҡының 2014 йылда ҡабул иткән һәм Президентыбыҙ Владимир Путин хуплаған дөрөҫ ҡарар булды. Әле беҙҙең яугирҙәр Рәсәй менән бергә булырға ҡарар иткән Донбасстан, Херсондан һәм Запорожьенан яңы ватандаштарыбыҙҙың ғүмерен яҡлай. Уларға ярҙам итеү - беҙҙең бурыс, – тине вице-премьер.

Ул шулай уҡ гуманитар автоколонна коллективының тәғәйен урынға тиҙерәк барып етеүен һәм ундағы һалдаттарҙы ҡыуандырыуын теләне.

Әйтергә кәрәк, бөгөнгө гуманитар автоколонна - күләме буйынса быйыл оҙатылған иң ҙурҙарҙың береһе. Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, йөктө ебәреүҙә муниципаль берәмектәр әүҙем ҡатнашҡан: 20 райондан 22 автомобиль ебәрелгән.

– Шулай уҡ мобилизацияланғандарға һәм ирекмәндәргә күсмә мунсалар, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, армия палаткалары, тимер мейестәр, генераторҙар, йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек, туғандарының һәм яҡындарының посылкалары, дарыуҙар оҙатылды. Бүлексәләр эшмәкәрлеген мәғлүмәти хеҙмәтләндереү өсөн компьютер техникаһын да ебәрәбеҙ. Кәрәк-яраҡтың барыһы ла хәрбиҙәрҙең үтенесе буйынса тупланған. Балалар окоп шәмдәре эшләне, улар ҙа беҙҙең хәрби зоналағы яугирҙәргә алып барыласаҡ, – тип хәбәр итте ул.

Автоколонна составында бөгөн 97 кеше оҙон юлға сыҡты, улар араһында водителдәр, оҙатып йөрөүсе ҡотҡарыусылар, алты район башлығы, ауыл биләмәләре вәкилдәре бар.

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә был - икенсе командировка. Ул яугирҙәр менән шәхсән танышыу һәм һөйләшеү, яҡташтарының теләктәшлеген белдереү мөһим тип иҫәпләй.

– Ишембай халҡы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 20 тонна гуманитар ярҙам йыйҙы: госпиталь өсөн дарыуҙар, шәхси посылкалар, маскировка селтәрҙәрен ҡатын-ҡыҙ гуманитар йөк ебәрерҙән ике көн алда ғына үрҙе. Шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов батальоны хәрбиҙәре үтенесе буйынса Ишембай районы оҫталары эшләгән миномет ҡорамалы өрөлгән платформа, юлһыҙ урындарҙан үтә алған дүрт машина алып барабыҙ, – тине Азат Ишемғолов.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йөктө оҙатып барған ирекмәндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар – Баймаҡ районының Темәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айгөл Байрамғолова райондаш хәрбиҙәргә шәхсән туғандарынан сәләм еткерергә ҡарар иткән.

–  Ауылдың әүҙем кешеләре, эшҡыуарҙар, Баймаҡ урмансылыҡтары берлеге аҡса йыйып, кәрәкле әйберҙәрҙе, шул иҫәптән тағылмалы мунса һәм “УАЗ” автомобилен һатып алды. Барыһы ла хәрбиҙәрҙең үтенесе буйынса тупланды. Егеттәр беҙҙе көтә, — тип уртаҡлашты ауыл биләмәһе башлығы.

Башҡортостандың ирекмәндәр батальондары гуманитар ярҙам сифатында йөҙҙән ашыу транспорт алған, бынан тыш, уларға экскаватор, һаҙлыҡта йөрөү өсөн техника һәм квадроцикл, бронялы “Урал” автомобилдәре һәм күсермәле мунсалар алып барылған. Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән булған яугирҙәргә лә ярҙам итә.

Бөтәһе лә еңеү өсөн, берҙәм булғанда ғына дошманға бирешмәйәсәкбеҙ.

Фото: web-telegramm.org

Егеттәр беҙҙе көтә
Егеттәр беҙҙе көтә
Егеттәр беҙҙе көтә
Егеттәр беҙҙе көтә
Егеттәр беҙҙе көтә
Автор:
Читайте нас: