+20 °С
Болотло
Һуңғы арала махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙ өсөн маскировка селтәрҙәре күпләп әҙерләй башланылар. Солтанай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла был изге эшкә ҡушылды. Бының өсөн улар ауыл мәсетенә йыйылып, кәңәшләшә, өйҙән һәр кем кәрәкле төҫтә әйберҙәр алып килә. Селтәр үреүгә буш ваҡыты булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡушыла.
Дөрөҫ үрелгән селтәрҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн бик кәрәк. Улар пилотһыҙ камераларҙан һәм дошмандың башҡа күҙәтеү һәм разведка системаларынан йәшереп, ир-егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡала ала.
Афарин, ауыл уңғандары! Шулай ҙа селтәрҙәрҙең яугирҙарыбыҙға кәрәк булмауын, ул ерҙәрҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ.