Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
21 Февраль 2023, 11:32

Камил — медиа-конкурс еңеүсеһе

Тулыраҡ: 

Камил — медиа-конкурс еңеүсеһе
Камил — медиа-конкурс еңеүсеһе

Балтас районының  Штәнде урта мәктәбе уҡыусыһы Камил Минәжев кесе Ватанға ярҙам итеү идеяһын күтәреү буйынса балалар һәм үҫмерҙәр араһында үткән “Атайсал. Беҙҙекеләрҙе бел!” тип аталған республика медиа-конкурсының “Фоторепортаж” номинацияһында еңеүсе булды. Камил  үҙ проектын яҡташыбыҙ, сығышы менән Мәнәүәз ауылынан булған Валерий Сабановҡа бағышлаған.

Әлеге конкурс башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, “Атайсал” проекты меценаттары менән танышыу аша кесе Ватанға ярҙам итеү идеяһын үҫтереү, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең медиа-һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү, йәш быуында илһөйәрлек хисе тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә.

Фирғәт Нәбиуллин.

Камил — медиа-конкурс еңеүсеһе
Камил — медиа-конкурс еңеүсеһе
Камил — медиа-конкурс еңеүсеһе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: