Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
20 Февраль 2023, 17:00

Асҡындың йәш хәбәрселәре һынатманы!

Бөгөн Өфөлә “Атайсал. Беҙҙекеләр!” медиа-конкурсы йәш хәбәрселәрҙе Беренсе фестивалгә йыйҙы.

Асҡындың йәш хәбәрселәре   һынатманы!
Асҡындың йәш хәбәрселәре һынатманы!

 Йомғаҡлау сараһында оҫталыҡ дәрестәре, герой-меценаттар менән осрашыуҙар, бүләкләү тантанаһы үткәрелә.
Районыбыҙҙан был фестивалдә Асҡын 2-се мәктәбенең 4-се б класы  уҡыусыһы Искәндәр Ахунов  (етәксеһе Гөлнара Сәйетова) һәм Солтанбәк урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Лилиә Суфиянова (етәксеһе Ләйсән Суфиянова) ҡатнаша.

Был фестивалгә йәнтөйәгенә ихлас ярҙам итеүсе Зилә һәм Мәғрүф Ризвановтар ҙа саҡырыла. Улар Солтанбәк ауылында тыуып үҫеп, Себер яҡтарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Өфөгә ҡайтып төпләнә. Изге күңелле, эшкә уңған Мәғрүф ағай Солтанбәгенә һәр саҡ ярҙам итеп тора. Үткән йәй иһә Сарс йылғаһы буйындағы Һабантуй болононда ауылдаштары, туғандары менән матур итеп ял итеү урыны яһап ҡуя. Башҡа эштәрҙә лә һәр саҡ бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.

Конкурс финалына  килгән эштәр араһында

Лилиә Суфиянованың ижад емеше “Интервью” номинацияһында - 2-се урынға лайыҡ була.

 Искәндәр Ахунов конкурста әүҙем ҡатнашҡаны өсөн “Махсус номинация”ла бүләкләнеп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты һәм конкурстың дипломына лайыҡ була. Уҡыусыларҙы әҙерләүсе етәкселәр ҙә Рәхмәт хаттарына эйә була. Афариндар, районыбыҙҙың йәш, илһөйәр, тырыш, йәш хәбәрселәре һәм уларҙың ижади ҡарашлы етәкселәре!

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

“Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа-конкурсын сентябрь айында “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы иғлан иткәйне.

“Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа- проекты балалар өсөн башҡорт ерендә тыуған тарихи  шәхестәр тураһында анимациялы документаль цикл һәм билдәле меценаттар хаҡында видеофильмдар  төшөрөүҙе күҙ уңында тота. Был проектты Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән “Бишек” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ҡатнашлығында тормошҡа ашыра.

Быйыл проект республиканың дәүләт телдәрен һәм төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән Башҡортостан Башлығының грантына лайыҡ булды.

“Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа-конкурсы башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә, “Атайсал” проекты меценаттары менән таныштырыуға, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең медиа һәләтен асыҡлауға, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Конкурста 8-15 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша. Эштәрҙе үҙаллы һәм команда менән башҡарырға мөмкин. Конкурс шарттары буйынса, балалар тыуған ауылында изге эш башҡарған өлкәндәр, үҙҙәре өсөн йәнтөйәгенең ҡиммәттәре тураһында контент әҙерләй. Медиа-конкурстың номинациялары: интервью, видеосюжет, социаль ролик, фоторепортаж.

Наилә Имаева.

#ТАМЫР #Конкурс #Атайсал #АНОБишек

Асҡындың йәш хәбәрселәре   һынатманы!
Асҡындың йәш хәбәрселәре   һынатманы!
Асҡындың йәш хәбәрселәре   һынатманы!
Асҡындың йәш хәбәрселәре   һынатманы!
Асҡындың йәш хәбәрселәре һынатманы!
Читайте нас: