-28 °С
Ясна
Проект республика Башлығының Гранттар фонды булышлығында тормошҡа ашырыла.
Осрашыуҙың эшлекле өлөшөндә түңәрәк өҫтәлдәр, йәштәр өсөн секциялар, «Тамыр» телестудияһынан оҫталыҡ дәресе, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эшҡыуарҙар өсөн страт-сессия, «Атайсал» фекер алышыу майҙансығы эшләй.
Асҡын 2-се урта мәктәбендә “Асҡын районында “йәш армиясы”лар, “шайморатовсы”лар, йәштәр клубтары һәм балалар ойошмалары “ тигән илһөйәрлек йүнәлешендәге майҙансыҡ үҙ эшен башланы.
Илһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләү – күп ҡырлы, системалы, маҡсатлы һәм ойошҡан эшмәкәрлек икәнлеге ошо майҙансыҡ эшендә аныҡ күрһәтелде.
Был турала тулыраҡ киләһе материалда уҡырһығыҙ.
Наилә Имаева.