Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Сентябрь 2022, 08:00

Үткәнен белмәгәндең - киләсәге юҡ

Балтас районында ауыл биләмәләре араһында "Атайсал - яҡташлыҡ көсө" халыҡ ижады конкурсы старт алды.

Үткәнен белмәгәндең -   киләсәге юҡ
Үткәнен белмәгәндең - киләсәге юҡ

Атайсал - ата бабаларыбыҙҙың тыуған иле, тыуған төйәге. "Үткәнен белмәгәндең - киләсәге юҡ" тигән халыҡ.

Балтас районында ауыл биләмәләре араһында "Атайсал - яҡташлыҡ көсө" халыҡ ижады конкурсы старт алды. Конкурстың маҡсаты- халыҡты тыуған төбәктең үткән һәм хәҙерге тарихына йәлеп итеү, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙы сәскә аттырыуға, кешеләрҙең тормошон йәмләндереүгә, үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреүгә йүнәлдерелгән хеҙмәттәрҙе күрһәтеү.

Эстафета Көнтүгеш ауыл биләмәһе Йәнтимер ауылында башланып китте. Сара ауыл халҡы ярҙамы менән клуб майҙаны алдында төҙөлгән сәхнәлә үтте. "Аманат", "Арвий", "Пеледыш", "Вис вис" фольклор коллективтары, солистар сығышы көслө алҡыштарға күмелде һәм жюри күңелен яуланы. Көнтүгеш ауыл биләмәһе башлығы Яниев Игорь Намиевич эстафетаны Нөркә ауыл биләмәһе эштәр идарасыһы Светлана Александровнага тапшырғас, саралағы бар ҡатнашыусылар башҡарыуында "Ошо яҡтан ошо тупраҡтан" йыры яңғыраны.


Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғәилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ  һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторолған "Айыҡ ауыл-2022" республика конкурсының муниципаль этабына старт бирелде.

Гөлназ Ғәлләмова.

Үткәнен белмәгәндең -   киләсәге юҡ
Үткәнен белмәгәндең -   киләсәге юҡ
Үткәнен белмәгәндең -   киләсәге юҡ
Үткәнен белмәгәндең -   киләсәге юҡ
Үткәнен белмәгәндең -   киләсәге юҡ
Үткәнен белмәгәндең - киләсәге юҡ
Читайте нас: