Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Ғинуар 2022, 13:15

Бүләктәр һәм бай тәьҫораттар алып ҡайттылар

«Газпромтрансгаз Өфө» компанияһында «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә күптән көтөлгән бүләктәрҙе тапшырыу тантанаһы үтте.

Бүләктәр һәм бай тәьҫораттар алып ҡайттылар
Бүләктәр һәм бай тәьҫораттар алып ҡайттылар

 

 

Унда предприятие хеҙмәткәрҙәренең 300-ҙән ашыу балаһы, реабилитация үҙәктәренән  һәм республиканың Асҡын, Балтас һәм Тәтешле райондарынан балалар ҡатнашты.

Райондарға ойоштороу техникаһы тапшырылды, ул уҡытыу процесын үҫтереү өсөн ҙур ярҙам буласаҡ.

Ҡыш бабай менән осрашып, бүләктәр алғандан һуң йәш ҡунаҡтар «Газпром трансгаз Өфө» мәғлүмәт-күргәҙмә үҙәгенә барҙы, алыҫ төньяҡ ятҡылыҡтарынан алып республика халҡының һәм икһеҙ-сикһеҙ илебеҙ халҡының миллионлаған йортона тиклем газ юлы хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Бүләктәр һәм бай тәьҫораттар алып ҡайттылар
Бүләктәр һәм бай тәьҫораттар алып ҡайттылар
Читайте нас: