Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
6 Декабрь 2021, 16:05

“Ғорурланам һинең менән, йәшә, ауылым Гөмбә!”

Иҫке Мутабаш ауылында йәшәүсе шиғри күңелле Илвера Хәбибуллина танышы Зилә Ғәлимшина һорауы буйынса Гөмбә ауылы тураһында шиғырҙар яҙған. Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылға арнап яҙылған шиғырҙар  менән сайтыбыҙға инеп таныша алаһығыҙ.

“Ғорурланам һинең менән, йәшә, ауылым Гөмбә!”
“Ғорурланам һинең менән, йәшә, ауылым Гөмбә!”

— Гөмбә ауылында тыуып үҫкән танышым Зилә Ғәлимшина миңә тыуған ауылы тураһында шиғырҙар яҙып биреүемде үтенде. Тыуған ауылының фотоларын ебәрҙе. Шул тиклем матур итеп ауылын тасуирлап бирҙе, уның һүҙҙәренән Гөмбәне нисек яратыуын аңланым. Мин үҙ тойомлауым буйынса бер нисә шиғыр яҙҙым, — тип һөйләне Илвера Ҡәҙим ҡыҙы.

 

Гөмбә — тыуған ауылым

Бейек тауҙың итәгендә

Тора тыуған ауылым.

Уртаһынан йылға аға,

Һанай-һанай дәүерен.

Тәбиғәттең ҡосағында

Ауылым йәйелеп ята.

Тирә-яғы ҡуйы урман,

Болонда сәскә ата.

Ауылымдың яҡ-яғында

Бейек-бейек тауҙар бар.

Шул тауҙарҙың эстәрендә

Ҙур оло таштар ҙа бар.

Ауылымдың бер башынан

Ҙур шишмә ағып ята.

Зәңгәр шишмә һыуҡайҙарын

Йылғаға илтеп ҡата*.

Ауылымдың уртаһынан

Аға йылға таҫмалай.

Йылға аша сығыр өсөн

Бар аҫылма баҫма ла.

Төрлө яҡтан халыҡ килә

Балыҡтар ҡаптырырға.

Йәмле бит йылға буйында

Алһыу таң аттырырға.

Төй йылғаһының төбөндә

Бар зәңгәр балсыҡтары.

Рәхәтләнеп уйнап үҫтек

Һиҙмәнек талсыҡҡанды.

Ауылыбыҙҙа мәсет бар,

Китапхана һәм ферма,

Медицина нөктәһе бар,

Кибет кенә юҡ бер ҙә.

Тәбиғәтебеҙ бай беҙҙең:

Үҫә еләк һәм гөмбә*.

Ғорурланам һинең менән,

Йәшә, ауылым Гөмбә!

 

Ҡата* — илтеп ҡоя, ҡатыша.

Гөмбә — бәшмәк.

 

Минең ауылым Гөмбә

Тау итәгендә урынлашҡан

Минең ауылым Гөмбә.

Тирә-яғы ташлы урман,

Күңелде тарта көн дә.

Ниндәй иркен тау-ҡырҙарың,

Болондарың бик йәмле.

Тәбиғәтең дә бай һинең,

 Эсер һыуҙарың тәмле.

Халығың да уңған һинең,

Әүҙем һәр бер эштә лә.

Эш ҡоралы уйнап тора,

Туҙанланмай кәштәлә.

Байрамдар ҙа йәмле уҙа,

Ауылға ҡайтайыҡ әле.

Күрешеүҙәр, осрашыуҙар

Йышыраҡ булһын әле.

                             Илһөйәр Махатова әҙерләне.

 

 

 

“Ғорурланам һинең менән, йәшә, ауылым Гөмбә!”
“Ғорурланам һинең менән, йәшә, ауылым Гөмбә!”
“Ғорурланам һинең менән, йәшә, ауылым Гөмбә!”
“Ғорурланам һинең менән, йәшә, ауылым Гөмбә!”
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: