Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
5 Декабрь 2021, 14:05

Батырҙар даны мәңгелек

Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы уҡыусылары өсөн Батырлыҡ дәресе үткәрелде.

Батырҙар даны мәңгелек
Батырҙар даны мәңгелек

3 декабрь - Билдәһеҙ һалдат көнө. Был иҫтәлекле датаны булдырыу тураһында указ 2014 йылда донъя күрҙе. 1966 йылдың тап ошо көнөндә Германия ғәскәрҙәрен Мәскәү янында ҡыйратыуға 25 йыл тулыуҙы билдәләгәндә Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән билдәһеҙ һалдат кәүҙәһе Александров баҡсаһына күсерелеп күмелә. Дата ошо ваҡиға уңайынан булдырылған.

Иҫтәлекле дата уңайынан Балтас районының Башҡорт төнъяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы уҡыусылары өсөн "Романтик" үҫмерҙәр клубының йәштәр менән эшләү буйынса белгесе Хәбибрахманов Эдуард Рәфит улы ҡарт олатайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ, фронтта һәләк булған һалдат һәм офицерҙарҙың иҫтәлегенә арналған Батырлыҡ дәресе үткәрҙе. Балалар яугирҙарҙы һәм хәрби бәрелештәр ваҡытында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы берләштергән ошо датаның барлыҡҡа килеү тарихы менән танышты.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтас районы.

Батырҙар даны мәңгелек
Батырҙар даны мәңгелек
Батырҙар даны мәңгелек
Читайте нас: