Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Декабрь 2021, 10:05

Гөмбә ауылының “зәңгәр күҙе”

Ауылда тыуып үҫеп ситтә йәшәгән кеше һәр ваҡыт тыуған ерен һағына, иҫкә ала, яйы сыҡҡан һайын ҡайтырға тырыша. Тыуған ауылдың йәмле туғайҙары, тәмле һыулы шишмә-күлдәре үҙенә тарта. Гөмбә ауылында тыуып үҫеп бөгөн ситтә йәшәүселәр ҙә Төпһөҙ шишмәне һағынып ҡайта. Халыҡ был урынды бик ҙурлай. Уға арнап яҙылған йыр, шиғырҙар менән сайтыбыҙҙа таныша алаһығыҙ.

Гөмбә ауылының “зәңгәр күҙе”
Гөмбә ауылының “зәңгәр күҙе”

Төпһөҙ шишмәгә, Гөмбә ауылына бағышлап байтаҡ шиғырҙар яҙылған. Ошо көндәрҙә билдәле райондашыбыҙ Рәүфә Нурмөхәмәтова  гүзәл тәбиғәт ҡосағында ултырған ауылға арнап йыр ҙа яҙҙы.

Ауылым Гөмбә

(йыр)

Рәүфә Нурмөхәмәтова көйө һәм һүҙҙәре

  1. Яҙҙар еткәс шау сәскәлә

        Төпкөл болоно хәтфә үлән.

        Ауылымды маҡтап йырлайым

         Бергә һандуғастар менән.

                  Ауылым Гөмбәм — гүзәлем,

                  Утрауында ике тирәк.

                  Ғәзиз ерҙең хәтирәһен,

                 Дуҫтар, онотмаҫҡа кәрәк.

  1. Төпһөҙ шишмә уйға ҡалған,

         Урмандар шаулауын тыңлап.

          Тыуған ауылым — Гөмбәм минең

          Йәннәткә оҡшаған ысынлап.

3.Иҫтә тотайыҡ тыуған йортто —

    Атайҙар һалған нигеҙҙе.

    Сит ерҙәрҙә беҙ йөрөһәк тә,

   Гөмбә һағынып көтә беҙҙе.

 

 

Төпһөҙ шишмәгә

Һағынып һөйләй уны һәр бер кеше —

Кемдәр үҫкән Гөмбә ауылында.

Өҙөлмәҫлек түгел беҙҙең йөрәк,

Иҫкә төшә хәҙер барыһы ла.

Хәтеремдә уның һәр бер талы,

Һәр бер тауы, һәр бер һуҡмағы,

Һандуғаслы һәм томанлы таңы,

Хатта Төйҙә тотҡан балығы.

Ауылдаштар ҡайҙа тағын барҙыр

Ундай саф күңелле кешеләр.

Кешелекле, эшсән, тырыш халыҡ —

Барыһы ла берҙәм, сибәрҙәр.

Әтнәкәйҙе менһәң, иҫең китер

Ауылымдың гүзәллегенә.

Бөтә яҡтан тауҙар, уртаһынан

Төй йылғаһы аға тын ғына.

Төпһөҙ шишмә көмөш балдаҡ кеүек

Сихри көстәр бирә һәр кемгә.

Күпме тарих, күпме ваҡиға

Күргән шишмә үткән дәүерҙә.

 

Серле шишмә

Гөмбә ауылының зәңгәр күҙе булып

Төпһөҙ шишмә ята йәйелеп.

Ҙур түгел ул, ләкин бик тә тәрән,

Хатта комбайнды йотҡан, ти элек.

Уның сере бик күп, ләкин һөйләмәй ул

“Йәшмәнәй”ҙә ниҙәр булғанын.

Ата-баба нисек һаҡлағанын

Ғәзиз ерен, йылға-тауҙарын.

Һыуы таҙа, төҫө зәңгәр уның,

Шифаһы күп, һанап бөтмәҫлек.

Байкал күле ситтә торһон, тиҙәр,

Әллә йөҙ метрлап тәрәнлек.

Яулыҡ төшөп киткән ул шишмәгә,

Юғалғандыр инде, тиһәләр,

Сарс йылғаһынан килеп сыҡҡан,

Имеш тиҙәр, ҡайһы бер кешеләр.

Ә ҡыҙҙары Гөмбә ауылының

Ниңә сибәр, ниңә һылыуҙар?

Төпһөҙ шишмә һыуын эсеп үҫкән улар,

Шуға күрә бик тә матурҙар.

                            Рөстәм Ҡазыханов, мәғариф ветераны.

 

 

Төпһөҙ шишмә

Шишмә буйында аҡ ҡайын

Япраҡ яра яҙ еткәс.

Шишмә һыуы гөрләп аға

Һандуғастары килгәс.

Хуш еҫтәре аңҡып тора

Гөлдәр сәскә атҡанда.

Шишмә һыуы тыныс аға

Кисен ҡояш батҡанда.

Шишмәм, сылтыр тауышыңа

Һандуғастар ҡушыла.

Сәждә ҡылған изге йәндәй

Барса гөлдәр баш эйә.

Һин ниҙәр генә күрмәнең,

Эй, сабыр сылтыр шишмәм.

Оҡшатһам сабыр әсәгә,

Шишмәм, яңылышмам микән?

                    *****

 

 Һис кенә лә күҙ алдымдан китмәй —

Бик һағынам шишмә буйҙарын.

Ерек ағастарын, һандуғастар моңон,

Таш ҡоймалай текә ярҙарын.

Шишмә һыуҙарылай саф була бит

Ысын йөрәктән әйтелгән һүҙҙәр.

Бөгөн дә бит күҙ алдымда тора

Үҙәк өҙгөс сем-ҡара күҙҙәр...

Аҡ ҡағыҙға ҡара юлдар ятты,

Яҡын дуҫтар, һеҙҙән айырылғас.

Күтәрелеп осоп булмай икән,

Осор ҡанаттарың ҡайырылғас.

Ярҙарыңа ятып, ағымыңа ҡарап,

Эсер инем, шишмәм, һыуҙарың.

Онота алмам ғүмерем буйҙарына

Бергә үҫкән йәшлек дуҫтарын.

Әҙибә Ғәйбәҙуллина.

                                                   Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Гөмбә ауылының “зәңгәр күҙе”
Гөмбә ауылының “зәңгәр күҙе”
Гөмбә ауылының “зәңгәр күҙе”
Гөмбә ауылының “зәңгәр күҙе”
Гөмбә ауылының “зәңгәр күҙе”
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: