Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Ноябрь 2021, 09:10

Миңлеғлиевтар нәҫеле 14-се быуынға тиклем өйрәнелде

Балыҡсы ырыуы башҡорттарын асылына алып ҡайтырға ярҙам иткән тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән ағай Миңлеғәлиевтың нҫелен дауам итеүселәр бөгөн Асҡын, Балтас, Борай, Баймаҡ райондарында, Бөрө, Өфө, Сибай ҡалаларында, Мәскәү өлкәһендә генә түгел, хатта Төркиә менән Камчаткала ла йәшәй! #Ҡоролтай #ГодБашкирскийИстории#БашҡортТарихыЙылы #Асҡынрайоныбашҡорттарыҡоролтайы#Курултайбашкираскинскогорайона#Айыҡауыл2021Солтанбәк#СултанбекТрезвоесело2021  

Миңлеғлиевтар нәҫеле 14-се быуынға тиклем өйрәнелде
Миңлеғлиевтар нәҫеле 14-се быуынға тиклем өйрәнелде

Кисә, 12 ноябрҙә, Асҡын районында башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Балыҡсы ырыуы вәкиле, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевтең тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Ошо сараны үткәрергә ҡарар иткәс, мин Шаһийән ағай үҙе архив материалдарын өйрәнеп, ҡағыҙ битенә яҙып ҡалдырған шәжәрәне дауам итергә булдым. Әйткәндәй, Шаһийән ағайҙың 90 йыллығы уңайынан хәтер кисәһен үткәреү тәҡдиме менән Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайының 24 сентябрҙә үткән ултырышында сығыш яһағайным. Был тәҡдимде шунда уҡ күтәреп алдылар, тиҙ көндә уны район хакимиәтендә лә хупланылар һәм ойоштороу комитеты төҙөлөп, дәррәү, берҙәм эш башланды. Кемдер байрамды үткәреү өсөн сценарий яҙҙы, кемдер таҡтаташ әҙерләү мәсьәләһен хәл итте, ауыл халҡы ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләнә башланы, ә мин, Шаһийән ағайҙың тормош һәм хеҙмәт юлын өйрәнеп, уны халыҡҡа еткереү өсөн мәҡәләләр яҙып, район һәм республика гәзиттәренә ебәрҙем, социаль селтәрҙәрҙә әленән-әле яҡтыртып торҙом был теманы.
Был шәжәрәгә килгәндә, Шаһийән ағай 11-се быуынға тиклем яҙып ҡалдырғайны. Минең алда Шаһийән ағайҙың бер туғандары Әҡсән, Фәниә, Мәснәүиҙән тыуған балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәрҙе асыҡлап яҙыу бурысы тора ине. Был эшкә баш көллө сумыуымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Ике көн эсендә 100-гә яҡын кешене асыҡлап, уларҙың күбеһе менән һөйләшеп, мәғлүмәт тупланды. Был эште башҡарып сығырға миңә Шаһийән ағайҙың улы Олег, ҡустыһы Рәмил ағай Миңлеғәлиев, Лилиә Миңлеғәлиева, Шаһийән ағайҙың һеңлеһе Фәниәнең ҡыҙы Фәридә апай ҙур ярҙам күрһәтте.

Мин шәжәрәне бөгөнгө көнгә тиклем еткереп, 14-се быуынға сыҡтым. Был шәжәрәнең үҙенсәлеге шунда, Миңлеғәлиевтар нәҫеле бөгөн Асҡын районында ғына түгел, ә Балтас, Борай, Баймаҡ райондарында һәм Өфө, Бөрө, Сибай ҡалаларында, Мәскәү өлкәһендә һәм хатта Төркиәлә һәм Камчаткала ла йәшәй! Уйлап ҡарағыҙ әле: Балыҡсы башҡорттары - Төркиәлә!
Үҙем өсөн дә асыш булды. Сөнки мин Шаһийән ағай менән 5-се быуында әсәйем яҡлап шәжәрәбеҙ килеп киҫешә! Ҡарт ҡарт ҡарт олатайым Афризун – уның улы Йосоп- уның улы Хиләжетдин- уның улы Ахматкамал – уның ҡыҙы Тәмжидә – минең әсәйем.
Ауылдашым Эльвиза Мәғсәт ҡыҙының да 5-се быуында шәжәрәһе киҫешә. Афризундың икенсе улы Фазлетдин, уның улы Шәрәфетдин- уның улы Ғимран – уның улы Мәғсәт Эльвиза апайҙың атаһы.
Ә ҡәйнәм Мөсәүирә Вәли ҡыҙы яғынан тағы ла яҡыныраҡ килеп сыға: Шаһийән ағайҙың әсәһе Тутыя менән ҡәйнәмдең атаһы Вәли Ғилмалтдин улы бер туған.
Тимәк, был шәжәрәне төҙөргә мине туғанлыҡ ептәре этәргән!

Наилә Имаева.

 

Миңлеғлиевтар нәҫеле 14-се быуынға тиклем өйрәнелде
Миңлеғлиевтар нәҫеле 14-се быуынға тиклем өйрәнелде
Миңлеғлиевтар нәҫеле 14-се быуынға тиклем өйрәнелде
Миңлеғлиевтар нәҫеле 14-се быуынға тиклем өйрәнелде
Читайте нас: