Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Ноябрь 2021, 14:30

Ағинәй һүҙе – аҡылдың үҙе

«Ағинәйҙәр ҡоро» республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гә­зитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева Солтанбәктә ағинәйҙәр хәрәкәтен тергеҙеп, уның рәйесе итеп һайланған Ләйсән Марат ҡыҙы Суфияноваға танытма тапшырып, йола буйынса иңдәренә яулыҡ һалды. Сарала шулай уҡ ойошманың ағзалары һайланды.

Ағинәй һүҙе – аҡылдың үҙе
Ағинәй һүҙе – аҡылдың үҙе

Башҡорт тарихы йылы һәм «Айыҡ ауыл 2021” республика конкурсы сиктәрендә Солтанбәктә үткән сарала «Ағинәйҙәр ҡоро» республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гә­зитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева ла ҡатнашты. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының һәр ваҡыттағыса һәр һүҙ аҡылдың үҙе ине. Ошо мәҡәләгә беркетелгән видеояҙманан уның сығышын тыңлай алаһығыҙ.

Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы "Ағинәйҙәр ҡоро"ноң бурыстарын аңлатып, ойошма рәйесе итеп һайланған Ләйсән Марат ҡыҙы Суфияноваға таныҡлыҡ тапшырҙы һәм йола буйынса иңдәренә яулыҡ һалып, фатихаһын бирҙе.

«Ағинәйҙәр ҡоро» ойошмаһының бурыстары: йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, уларға тарихыбыҙ, туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ, асылыбыҙ тураһындағы хәҡиҡәтте түкмәй-сәсмәй тапшырыу. Шулай уҡ ауыл халҡы менән бергәләп, этник мәҙәниәтте, рухи традицияларҙы, йолаларҙы, халыҡ педагогикаһының иң яҡшы өлгөләрен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт ҡатын-ҡыҙының һәм ир-егетенең йәмғиәттәге һәм дәүләттәге социаль статусын күтәреү, уларҙың заман талаптарына ярашлы шөғөлө, карьераһына булышлыҡ итеү, шулай уҡ “Башҡорт ғаиләһе” статусын күтәреү, башҡорт ғаиләһен нығытыу буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

Районыбыҙҙың Ҡарткиҫәк, Ҡаҙансы төбәге, Урмияҙ, Үршиҙе ауылдарында әүҙем эшләп килгән ағинәйҙәр һымаҡ, солтанбәктәр ҙә һынатмаҫ, берҙәм булып, лайыҡлы эшләр, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Наилә Имаева.

Ағинәй һүҙе – аҡылдың үҙе
Ағинәй һүҙе – аҡылдың үҙе
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: