Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Ноябрь 2021, 18:05

«Беҙ — Балыҡсы ырыуы башҡорттары»

Атаһы һәм әсәһе яҡлап шәжәрәһен ентекле өйрәнгән Наил Ғаян улы Хәйруллин Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашып, үҙенең башҡорт милләтенән булыуын ғорурлыҡ менән рәсми тарихҡа яҙа.

«Беҙ  — Балыҡсы  ырыуы башҡорттары»
«Беҙ — Балыҡсы ырыуы башҡорттары»

Һәр ваҡыт күтәренке рухлы, асыҡ йөҙлө булған Наил Ғаян улы райондың өлкән педагогтарына ғына түгел, ә йәштәргә лә яҡшы таныш. Ул бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлай. География уҡытыусыһы булып эшләй, күп йылдар мәктәп директоры була, шулай уҡ Башҡортостан мәҙниәте, тарих фәндәре серҙәрен дә аса. Бына шунда беренселәрҙән булып, уҡыусылар менән шәжәрәләр төҙөй башлай. Балаларға ата-бабаларын эҙләп, нәҫел ептәрен барлау бик ҡыҙыҡлы була. Тора-бара үҙе лә шәжәрә төҙөү эшенә ныҡлап тотона. Архивтарҙа эҙләнеүҙәр, ололарҙан һорашып яҙып алыуҙар һөҙөмтәһендә ул атаһы яҡлап Атналы нәҫелен - 15-се быуынға, әсәһе яҡлап Төлкө нәҫелен 14-се быуынға тиклем өйрәнеп, шәжәрәләр төҙөй.

- 1960 йылда мин беренсе класҡа уҡырға барҙым. “Беҙ Балыҡсы ырыуына ҡарайбыҙ, беҙ – башҡорттар, ғорур халыҡ”, - тип гел ҡабатлап әйтә торғайны атайым. Ул саҡтарҙа мәктәптә уҡығанда шәжәрә һүҙе ҡулланылмай ине. Дәрестәрҙә ғаилә, үҙ нәҫелең һәм тыуған ауыл тураһында инша яҙа торғайныҡ. 7-се класта уҡығанда уҡытыусыбыҙ Тәслимә Ғәлимйән ҡыҙы Нурмиеваның ата-бабаларыбыҙ - Балыҡсы ырыуы вәкилдәренең беҙҙең яҡтарға ҡайҙан килеп сығыуын һөйләгәне әле лә иҫемдә. Балыҡсы ырыуы беҙҙең төбәктәргә 12-се быуатта Алтай яғынан килгән. Ул ваҡытта татар-монголдар хакимлыҡ итеүе билдәле. Нәҡ улар балыҡсыларға Яйыҡ (Урал) йылғаһына тиклем ерҙәрҙең уңдырышлы булыуын әйтә. Балыҡ төрөк теленән тәржемә иткәндә “ҡала һаҡсыһы” тигәнде аңлата. Нәҡ Тәслимә апай нәҫел ептәрен өйрәнергә ҡыҙыҡһыныу уятты. Мин юғары белем алып, Ҡашҡа мәктәбенә эшкә ҡайтҡас та, нәҫелебеҙгә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе гел теркәй барҙым. Ауылдашым, Әхмәтзыя ағай Ғәлиәхмәтов, ҙур ярҙам итте. Ул 14 йәшендә сағында атаһы Ғәлиәхмәт ағай менән минең Хәйрулла олатайыма килеп, үҙебеҙҙең Атналы нәҫеле тураһында бай мәғлүмәт яҙып алған була. Шәжәрә төҙөй башлағас, мин Әхмәтзыя ағайға барып, нәҡ ошо мәғлүмәттәрҙе алып, уларға таянып, 15-се быуынға тиклем асыҡлап, архив материалдары менән дәлилләп, шәжәрә төҙөнөм. “Атналы - ҡырҡ ҡатналы”, - тип атайым йыш әйтә торғайны. Хәҙер был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлайым, сөнки Атналы нәҫеле - бик ҡалын нәҫел.Ҡашҡа ауылының яртыһы нәҡ ошо нәҫелгә ҡарай булып сыҡты.

Әсәйем Миңлефрүз Ғәлләметдин ҡыҙы Сөйөш ауылы ҡыҙы. Ул Төлкө нәҫеленә ҡарай. Бөгөн әсәйем яҡлап та шәжәрәне төҙөнөк.

Ғәлләметдин олатайымдың бер туған һеңлеһе Миңйыһан Латыпова ошо нәҫелде яҡшы белә ине. Данис туғаным менән Төлкө нөҫеле шәжәрәһен төҙөй башлағас , уның ейәнсәре, бөгөн инде хаҡлы ялда булған Зәйнәп апай бик күп мәғлүмәт бирҙе беҙгә. Төлкө нәҫелен 14-се быуынға тиклем асыҡланыҡ. 1700 йылдан Илембәт тигән кешенән башлана. Ул ер эшкәртеүсе булған. Уның ерҙәре Болмозоға тиклем барып еткән, ә Солтанбәк яғында Урман арты тигән ергә тиклем булған.

Тормош иптәшем Вәрисә Хәмзә ҡыҙы яҡлап та хәҙер шәжәрәбеҙ бар. Ул Ҡолсоҡай нәҫеленә ҡарай. Бәл шәжәрәне төҙөргә Солтанбәк ауылында тыуып үҫеп, артабан Бөгөлмә ҡалаһында йәшәгән ғалим, бөгөн инде мәрхүм, Мөхәмәтнур Ғәзимов ярҙам итте. Ул күп йылдар шәжәрә төҙөү менән шөғөлләнгән була. Бына шулай Балыҡсы ырыуының Атналы, Төлкө, Ҡолсоҡай нәҫелдәренең шәжәрәләрен барланыҡ. Алда бик күп эштәр көтә. Бөгөнгә йыйылған мәғлүмәттәрҙе тағы ла тулыландырып, китап яҙырға ла теләк бар. Һәр нәҫелдең күренекле шәхестәрен асыҡлап сыҡһаҡ, бик яҡшы булыр ине. Бына, мәҫәлән, Закирйән Ниғмәтйәнов нәҫелебеҙҙәге Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул Хәйрулла улы. Ә Ғата Хәйруллин “ҡара” генерал Даян Мурзин отрядында партизан була. Беҙ уның менән ике тапҡыр осраштыҡ. Ҡыҫҡаһы, башҡараһы эштәр күп, - тип киләсәккә ҡорған пландары менән дә бүлеште Балыҡсы ырыуының ҡор башы, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе мәғариф ветераны Наил Ғаян улы.

 

Наилә Имаева.

«Беҙ  — Балыҡсы  ырыуы башҡорттары»
«Беҙ — Балыҡсы ырыуы башҡорттары»
Читайте нас: