Балан һүҙен ишеткәндә, бала саҡтың яҡты хәтирәләре иҫкә төшә, суйын сүлмәктә бешкән балан бутҡаһы күҙ алдына килә. Эйе, балан – ул беҙҙең бала саҡ ризығы.
Әлбиттә, баланды маҡтап күп шиғырҙар яҙылған, йырҙар йырланған, гәзит-журналдарҙа баландың файҙаһы тураһында әллә күпме мәҡәләләр баҫылып тора. Тик эш һөйләүҙән ары әллә ни йыраҡ китмәй шул.
Халҡыбыҙҙың яратҡан милли ризығын яңынан халыҡҡа ҡайтарыу маҡсатында Балтас район мәҙәниәт һарайында Иҫке Янбай, Уразай, Бигелде ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт һарайының "Етегән шишмә" халыҡ фольклор коллективы менән берлектә Балан бүкәнләү байрамы онлайн форматта ойошторолдо.
Төрлө халыҡта үҙенә генә хас йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, байрамдар бар. Күрше күлән элек-электән дуҫ-татыу йәшәй, күмәк көс талап ителгән эштәрҙе өмә менән йәки ҡулалмаш башҡарырға күнеккән. Балан бүкәнләү ҙә һәр ваҡыт бер - береһенә ярҙамға килеп, матур ғәҙәткә әйләндерелгән. Тора бара ул йолаға, байрамға әүерелә. Сара йыр - бейеү менән үрелеп барҙы, балан бүкәнләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтелде.
Гөлназ Ғәлләмова.