Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
28 Октябрь 2021, 12:55

Йөкләтелгән эшкә яуаплы ҡарай

Әлеге ваҡытта илебеҙҙә мөһим сараларҙың береһе — халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы бара. Иҫәп алыусылар, контролерҙар  үҙҙәренә йөкләтелгән вазифаға яуаплы ҡарап, мәғлүмәт туплай. Асҡын районы буйынса алты контролер эшләй. Шуларҙың береһе  — Гөлназ Ҡадырова.

Йөкләтелгән эшкә яуаплы ҡарай
Йөкләтелгән эшкә яуаплы ҡарай

Гөлназ Тәлғәт ҡыҙы — Асҡын ауыл биләмәһе буйынса контролер. Уның ҡул аҫтында алты иҫәп алыусы эшләй. Иҫәп алыусылар өлөшләтә Асҡын, Яңы Бағаҙы, Төлгөҙбаш, Барахай һәм Олокүл ауылдары буйынса мәғлүмәт туплай.

— Беҙ, контролерҙар, Асҡын ауылының Совет урамы, 4 адресы буйынса урынлашҡан стационар участкала эшләйбеҙ. Бирегә халыҡ иҫәбен үтергә килгән кешеләрҙән мәғлүмәт алып, стационар планшетҡа тултырам. Шулай уҡ үҙемдең ҡарамаҡтағы иҫәп алыусылар менән аралашып торам, һорауҙарына яуап бирәм, аңлатам. Һәр көн кис уларҙың йыйған мәғлүмәте буйынса отчет төҙөйөм.  Иҫәп алыусыларҙың да, контролерҙарҙың да эше ҡатлаулы, күп ваҡыт талап итә, бик иғтибарлы, халыҡ менән яҡшы мөғәмәләлә булыу кәрәк. Халыҡ иҫәп алыуҙың мөһимлеген, әһәмиәтен аңлай, эшебеҙҙә ҡаршылыҡтар күрмәйбеҙ,  — тип һөйләне Гөлназ Ҡадырова.

Илһөйәр Махатова.

Йөкләтелгән эшкә яуаплы ҡарай
Йөкләтелгән эшкә яуаплы ҡарай
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: