Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Октябрь 2021, 16:15

Ололар мөһим саранан ситтә ҡалмай

Табаҫҡытамаҡ ауылының оло кешеләренең береһе, яңы ғына 85 йәшен тултырған Сәхиә апай Бәҙәмшина ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты.

Ололар мөһим саранан ситтә ҡалмай
Ололар мөһим саранан ситтә ҡалмай

Халыҡ иҫәбен алыусы  Римма Мәснәүи  ҡыҙы Сафуанованың  һорауҙарына Сәхиә апай аныҡ һәм теүәл  яуаптар бирә.  “Үҙемдең башҡорт булыуым менән ғорурланам.Балыҡсы ырыуы башҡорттары беҙ”, - ти  ул.

Солтанбәк   ауылында тыуып-үҫеп, килен булып төшә Табаҫҡытамаҡҡа ул.  “Сәхиә апайға 15 октябрҙә 85 йәш тулды. Ул шул тиклем илһөйәр, телһөйәр апай. Үҙе шиғырҙар яҙа, ниндәй генә ваҡиға булһа ла, уның шиғыры “һә” тигәнсе әҙер була торғайны.  Табаҫҡытамаҡта, районда үткән күп сараларҙа үҙенең шиғырҙарын уҡып, сараларға йәм өҫтәне. Бик әүҙем йәмәғәтсе булды ул. Һигеҙ балаға ғүмер бүләк итте, тик уларҙың өсөһө йәшләй донъя ҡуйҙы. Биш баланы үҫтереп, уларға белем алырға, һөнәр һайларға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарҙы.  Бөгөн уның 11 ейән-ейәнсәре, 9 бүлә-бүләсәре бар. Ул төрлө эштәрҙә эшләй: почта ла тарата, клубта ла хеҙмәт һала. Беҙ уны  күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ҡартлыҡ, ҡоростай таҙалыҡ теләйбеҙ”, — тип хәбәр итте  гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина.

Наилә Имаева.

Читайте нас: