Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
12 Октябрь 2021, 16:45

Уйҙары изге, ниәттәре сауаплы

Асҡын районының  Яңы Сөйөш һәм Гөмбә ауылдары араһындағы “Изгеләр зыяраты”на  Хәтер ташы ҡуйыу тантанаһынан һуң сара ҡунаҡтары Гөмбә ауылы эргәһендә урынлашҡан Төпһөҙ шишмәне лә барып ҡараны.

Уйҙары изге, ниәттәре сауаплы
Уйҙары изге, ниәттәре сауаплы

Ошо ауылда тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта  Первоуральскиҙа йәшәүсе Илшат Фәйзуллин, Ҡашҡанан тыуған яҡты өйрәнеүсе, мәғариф ветераны Наил ағай Хәйруллин  ошо урынды кәртәләп алып, тәбиғәт ҡомартҡыһы итергә  тигән ниәттәрен район хакимиәте башлығына еткерҙе. Динис Рәдис улы “Атайсал” проекты сиктәрендә шишмә биләмәһен төҙөкләндерергә тәҡдим итте.

  • Төпһөҙ шишмә — ул беҙҙең ауылдың һоҡланғыс тәбиғәт байлығы. Уның һыуы диңгеҙ һыуы кеүек зәңгәр, таҙа, тәмле, үҙе бик тәрән. Ул элек-электән көнгә ике тапҡыр таша, һыуы бер аҙ артып ала, Төй йылғаһына ағып төшә. Шишмә эргәһенән генә юл үткәнлектән һәм боролма булғанлыҡтан, беҙ үҫкән саҡта бирегә комбайн ҡолаған булған. Ауыл кешеләре 19 (яҡынса) дилбегә төшөрһә лә, шишмәнең төбөнә етә алмаған. Хатта водолаздар ҙа төшөп ҡараған, 10 метрлап төшкәс, һыуыҡ  һәм тынды ҡыҫа тип, кире менгәндәр, төбөнә етә алмағандар.  Уның ҡырыйында үҫкән бейек нараттар ҙа  яр убылыуҙан һыуға ҡолай  һәм тулыһынса һыу төбөнә китә. Ошо һоҡланғыс урында элек-электән байрамдар үтте, күпме килендәргә Һыу юлы күрһәттеләр. Инде ауыл халҡы олоғая, туйҙар ҙа бик һирәк үтә. Беҙ мәктәптә уҡыған саҡта өмәләр эшләп, тирә-яғын йыйыштыра инек. Әле лә халыҡ был тирәне ҡарап, тәрбиәләп  тора. Былтыр ауылдаштар менән йыйылышып, ауған ағастарҙан таҙарттыҡ, — тип һөйләне Илшат Асрар улы.

Илшат Фәйзуллин тыуған ауылына йыш ҡайта, бирелә оло йәштәге ата-әсәһе йәшәй. Ул ауылды төҙөкләндереүҙә лә ҙур ярҙам күрһәтә, өмәләрҙә ҡатнаша. Бала саҡтан үҙҙәренең шәжәрәһе, тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһына.

Илһөйәр Махатова.

Уйҙары изге, ниәттәре сауаплы
Уйҙары изге, ниәттәре сауаплы
Уйҙары изге, ниәттәре сауаплы
Уйҙары изге, ниәттәре сауаплы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас в