Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
12 Октябрь 2021, 14:55

Изгеләрҙең бында зыяраты

Һәр йыл һайын Республика көнө алдынан башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһала, йөкмәткеле, йәнле саралар үтә. Асҡын районында ла Башҡорт тарихы йылы һәм Атайсал республика проекты сиктәрендә район башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә рухлы, илһөйәрлек менән һуғарылған саралар ойошторола. Байрам алдынан  Ҡашҡа ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Сөйөш һәм Гөмбә ауылдары араһындағы “Изгеләр зыяраты”на Хәтер ташы ҡуйылыуы ла быға асыҡ дәлил. Сарала Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, район Советы секретары Рима Нәбиуллина, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов, Ҡашҡа мәктәбе директоры Азат Фәйзуллин, яҡын-тирә ауылдарҙан хакимиәт башлыҡтары һәм Яңы Сөйөш, Гөмбә, Ҡашҡа ауылдары халҡы, мәктәп уҡыусылары, бирелә тыуып үҫеп ситтә йәшәүселәр ҡатнашты. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре — билдәле шағирә, “Аҡбуҙат” журналы мөхәррире Лариса Абдуллина, яҡташыбыҙ Винарис Абдуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев та килгәйне.

Изгеләрҙең бында зыяраты
Изгеләрҙең бында зыяраты

Һәр ерҙә тыуған ауылы яҙмышына битараф булмаған изге күңелле кешеләр йәшәй. Улар ауылдаштарының йәшәйешен яҡшыртыуға, ауылдарын төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә. Шундайҙарҙың береһе —  Яңы Сөйөш ауылында йәшәүсе Мәхмүт  Ғәлләмов. Мәхмүт Мәрзәүи улы Яңы Сөйөштә тыуып үҫкән, шунда ғаилә ҡора, йәшәй, һуңыраҡ ситкә сығып китәләр, оҙаҡ йылдар заводта эшләй. Ситтә нисек кенә яҡшы булмаһын, тыуған яҡ үҙенә тарта һәм улар тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә. Хәҙер инде хаҡлы ялдағы ир-уҙаманы йәнтөйәге яҙмышы өсөн янып йәшәй. Уның башланғысы менән һуңғы йылдарҙа Сөйөштә байтаҡ изге эштәр башҡарыла. Бынан биш-алты йыл элек ул үҙенең улдары Марсель һәм Мәҡсүт менән ауылдың иҫке зыяратын кәртәләй. Шулай уҡ Ғәлләмовтар тырышлығында район хакимиәте ярҙамы менән ауылдағы ике тәрән ҡойо ремонтлана, “Беҙҙең ауыл” проекты буйынса финанс ярҙам алып, балалар майҙансығы ла кәртәләп алына. “Изгеләр зыяраты” алдына Хәтер ташын ҡуйыу ҙа уның инициативаһы менән башҡарылды. Бирелә элек-электән Балыҡсы ырыуының изге кешеләре ерләнгән булған. Ошо урын онотолмаһын, йәштәр тарихты белһен, тигән маҡсатта Мәхмүт Мәрзәүи улы зыярат алдына Хәтер ташы ҡуйҙыртыу инициативаһы менән сыға. Уны улдары һәм изге күңелле ауылдаштары, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова күтәреп ала.

Сара Гөмбә ауылынан Сәғит хәҙрәт Сабировтың Ҡөрьән аяттары уҡыуынан башланып китте. Артабан Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев яңғыратып ҡурайҙа “Урал көйө”н башҡарғанда халыҡ күңелендә ошо ерҙәге хәтер, тарих яңырған кеүек булды.
— Асҡын районы үҙенең тарихы, билдәле кешеләре, арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Беҙҙең яҡта иҫтәлекле урындар байтаҡ. Һәр ғаиләнең, һәр ауылдың үҙенең тарихы бар. Ошо тарихты йәш быуынға еткерергә теләүсе замандаштарыбыҙ булыуы бик ҡыуаныслы. Улар йәштәребеҙҙә илһөйәрлек тәрбиәләргә, уларға данлы тарихыбыҙҙы өйрәтергә тырыша, ата-бабалар хәтерен онотмаҫҡа өндәй. Бөгөнгө сара бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Беҙ бөгөн быуындар бәйләнешен, ата-бабалар рухын тергеҙеп, ошо ерҙә Балыҡсы ырыуының изге кешеләренә арнап, Хәтер ташы асабыҙ. Беҙ тыуған ерен тоғро һаҡлаған ир-егеттәр менән ғорурланырға тейеш. Был иҫтәлекле урынды һаҡлағыҙ, йәштәргә һөйләгеҙ, төҙөкләндереп тороғоҙ, — тип, район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы  Мәхмүт  Ғәлләмов ғаиләһенә, тыуған яҡты өйрәнеүсе Наил  Хәйруллинға һәм йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам иткәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Динис Рәдис улы йыйылған халыҡты Республика көнө менән ҡотлап, именлек, тыныс күк йөҙө теләне һәм тыуған еребеҙҙе матур эштәребеҙ, яҡшы уйҙарыбыҙ менән биҙәйек, тине.
Ошо изге башланғыстың инициаторы Мәхмүт Мәрзәүи улы эштәр барышы, кемдәр ярҙам итеүе, зыярат тарихы, уны баштан уҡ кемдәр тәрбиәләп, төҙөкләндереп тороуы тураһында һөйләне. Шулай уҡ Мәхмүт Мәрзәүи улының ниәтен күтәреп алған, Хәтер ташын ҡуйҙыртыуҙа ярҙам күрһәткән яҡташтары, Первоуральскиҙа йәшәүсе Илшат Фәйзуллин да сарала сығыш яһаны.
Зыярат тарихы халыҡтан-халыҡҡа һөйләнеп килгән. Ололар әйтеүе буйынса, 1700 йылдарҙа  тәүге кешеләр ерләнгән. Был изге урынды элек-электән тәрбиәләп торғандар. Аҙаҡҡыһын уны Гөмбә ауылынан Рәүеф ағай Рәхимов тимер бағаналар ултыртып кәртәләп алған, туғандары менән буятҡандар. Рәүеф ағайҙың әсәһе, 90 йәшкә етеп барған  Ҡаимә Ибатулла ҡыҙының да сарала ҡатнашыуы, үҙенең хәтирәләре менән бүлешеүе оло әһәмиәткә эйә булды.Ҡаимә әбейҙең ире Фәһимйән ағай ҙа ошо зират урынын кәртәләй.1982 йылда ул мәрхүм була. 2010 йылда уның улы Рәүеф ағай бер туғандары менән кәртәне яңырта.
Өфө ҡунаҡтары — Лариса Абдуллина, Роберт Юлдашев, яҡташыбыҙ Винарис Абдуллиндың ялҡынлы сығыштары тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа, йәштәребеҙгә шәжәрәләребеҙҙе өйрәтергә, арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында һөйләргә, уларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләргә өндәне. Лариса Хашим ҡыҙының “Беҙҙәр” шиғыры, Роберт Нәжип улының ҡурай моңдары йөрәктәргә — дәрт,  күңелдәргә рух  өҫтәне. Ҡашҡа мәктәбенең 6А класс уҡыусыһы Айгөл Шакированың тел тураһындағы тасуири итеп шиғыр һөйләүе ҡунаҡтар сығышына яуап кеүек яңғыраны.

Лариса Абдуллина халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүгә, мәңгеләштереүгә тос өлөш индергәндәре, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Мәхмүт, Марсель, Мәҡсүт Ғәлләмовтарға, Илшат Фәйзуллинға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хатын, Балыҡсы ырыуы китабын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Шулай уҡ Хәтер ташын асыу тантанаһында Ҡашҡа ауылынан Балыҡсы ырыуының ҡор башы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, мәғариф ветераны Наил ағай Хәйруллин, район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина сығыш яһаны. Улар бөгөнгө сараның оло әһәмиәткә эйә булыуын, биреләге халыҡтың тарихын белеүен, онотмауын билдәләп үтте.
Сығыштарҙан һуң мәртәбәле ҡунаҡтар һәм рәсми вәкилдәр “Изгеләр зыяраты”ның Хәтер ташын асты. Оҙонлоғо ике, бейеклеге бер метр тирәһе ташҡа мәрмәр плитә ҡуйылған һәм уға зыярат исеме, шағирә Лариса Абдуллинаның бер куплетлы шиғыры яҙылған. Шулай уҡ ташҡа Барахай ауылынан тимер оҫтаһы, район Советы депутаты Эдуард Тимерғәлиндың тимерҙән ҡойоп эшләгән башҡорт яугирҙарының яу ҡоралдары теҙмәһе лә беркетеп ҡуйылған.
  Сараның икенсе өлөшөндә ҡунаҡтар Гөмбә ауылы эргәһендә урынлашҡан Төпһөҙ шишмәне лә барып ҡараны. Ололар һөйләүе буйынса ул бик тәрән, ҡасандыр бирегә комбайн ҡолаған булған, ауыл кешеләре19 (яҡынса)  дилбегә төшөрһә лә, шишмәнең төбөнә етә алмаған. Ошо һоҡланғыс урында элек-электән байрамдар үткән, килендәргә Һыу юлы күрһәткәндәр. Ауыл активистары ошо урынды кәртәләп алып, тәбиғәт ҡомартҡыһы итергә уйлай. Ошо ниәттәрен улар район хакимиәте башлығына еткерҙе. Динис Рәдис улы “Атайсал” проекты сиктәрендә шишмә биләмәһен төҙөкләндерергә тәҡдим итте. Артабан ҡунаҡтар Балыҡсы ырыуы стелаһының да буласаҡ урынын билдәләне. Балыҡсылар киләсәктә бирелә мәҙәни ял урыны булдырырға ла ниәтләй.


Изге кешеләргә, ата-бабаларға хөрмәт күрһәткән, улар рухына доға ҡылынған ергә бәрәкәт, ҡот, ҡеүәт ҡайта, тиҙәр. Ошо изге ерҙә йәшәгән Балыҡсы ырыуы вәкилдәренең дә тормошо имен, күңелдәре тыныс, эштәре уң булһын.
Теманы дауам итеп...
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәҙәниәт комиссияһы етәксеһе, шағирә Лариса Абдуллина:
— Бындай сараларҙың ойошторолоуы урындағы халыҡта тарихҡа, рухиәткә иғтибар арттырыу өсөн бик мөһим. Район хакимиәте башлығы Динис Йосоповтың байрамдарҙың башынан алып аҙағынаса йәмәғәт ағзалары менән бергә булыуы етәкселектең милли проекттарға ыңғай ҡарашын күрһәтә. Нимәһе ҡыуаныслы, Хәтер ташын асыу ниәтен урындағы халыҡ үҙе күтәреп сыҡҡан. Мәхмүт Ғәлләмов улдары менән бергә ҙур эш башҡарған. Уның идеяһын яҡташтары ла, район етәкселеге лә күтәреп алған. Бөгөн бында "Атайсал" проектына ярашлы Төпһөҙ шишмәне йыһазландырыу, Балыҡсы ырыуының ташын ҡуйыу идеяһы менән дә яналар. Минеңсә, асҡындар быны ла еңел генә атҡарып сығасаҡ, сөнки улар халҡыбыҙҙың йолаларына, тарихыбыҙға тоғро.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.

Изгеләрҙең бында зыяраты
Изгеләрҙең бында зыяраты
Изгеләрҙең бында зыяраты
Изгеләрҙең бында зыяраты
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: