+4 °С
Болотло
Ҡышлауйылға ауылының «Чебурашка» балалар баҡсаһында тәрбиәселәр кескәйҙәр менән Республика көнөн ҙур әҙерлек менән ҡаршы ала. Үҙ ҡулдары менән башҡорт тирмәһен эшләйҙәр, "Тирмә" тигән йырлы бейеү өйрәнәләр һәм шиғырҙар ятлайҙар.
Ата-әсәләр тәрбиәселәр менән бергә үҙ ҡулдары менән башҡорт костюмдары тегә. Балаларҙың байрам иртәлегендә ошо милли костюмдарҙа сығыш яһауы сараға милли рух, илһөйәрлек өҫтәй. Афарин, ҡышлауйылғалар.
Наилә Имаева.