Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Октябрь 2021, 08:00

Ни өсөн Бабичевтар Кәримов булып киткән?

Ғәлиә Сабирйән ҡыҙы һәм Нәзир Әхмәтсафа улы  Кәримовтар ғаиләһе Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылының йәме, ҡото  булып,  57 йыл бергә  татыу ғүмер кисергән.  

Ни өсөн Бабичевтар Кәримов  булып киткән?
Ни өсөн Бабичевтар Кәримов булып киткән?

Ғәлиә Сабирйән ҡыҙы һәм Нәзир Әхмәтсафа улы  Кәримовтар ғаиләһе Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылының йәме, ҡото,  тип әйтһәк яңылыш булмаҫ. Улар бергә 57 йыл татыу ғүмер кисергән. 12 балаға ғүмер бүләк итеп,  матур тәрбиә биреп, һәр береһен тормош юлына сығарғандар. Бөгөнгө көндә балалары барыһы ла башлы-күҙле, һәр береһенең үҙ ғаиләһе, ата-әсә йортона ҡунаҡҡа ғына ҡайталар. Ғәлиә һәм Нәзир Кәримовтар ейәндәргә бай: 26 ейән-ейәнсәре, ете бүләһе бар. Кәримовтар башҡорт халҡының данлы улы Шәйехзада Бабич нәҫеленән.

Мөхәмәтзакир Бабичевтың өс улы булыуы билдәле: Мөхәмәткәрим, Фәтҡелҡадир һәм Шәйехзада. Нәзир Кәримов тап Шәйехзада Бабичтың бер туған ағаһы Мөхәмәткәримдең ейәне була. Мөхәмәткәримдең алты улы: Исмәғил, Мөжәһит, Тәлғәт, Әхмәтсафа, Мөхәмәтғата, Әхмәтзада була.

Шәйехзада Бабич башҡорт халҡының төрлө ҡыҫымдар арҡаһында ауыр тормош көтөүе, башҡорт ерҙәре мәсьәләләре киҫкенләшеү, әсә теленең яҙмышы, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп шиғырҙар ижад итә. Ул ваҡытта Бабич шиғырҙары кешеләрҙе рухландырыусы оран булып яңғырай. Шуға күрә лә власть вәкилдәре, халыҡ уның артынан күтәрелмәһен өсөн, Шәйехзада Бабичты “милләтсе”, “халыҡ дошманы” итеп күрһәтергә тырыша. Бабич фажиғәле һәләк булғас, уның ғаиләһен, туғандарын эҙәрлекләү, ҡыҫыу башлана. Шуға күрә лә Бабичевтар Дүртөйлө районының Әсән ауылынан ҡасып, кире тыуған яҡтары Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылына ҡайтып төпләнә. Шәйехзада Бабич тураһында һөйләргә, шиғырҙарын уҡырға ғына түгел, хатта яңы тыуған балаларға уның исемен биреү ҙә тыйыла.  Ҡыйғаҙытамаҡта ла уларға тыныс йәшәргә бирмәйҙәр, власть вәкилдәре баҫымы аҫтында булалар. Иң кесе һеңлеләре Фәсәхәт Бабичева баҫымдарға түҙә алмай, Урта Азияға сығып китергә мәжбүр була. Шуға күрә лә эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, Мөхәмәткәрим үҙенең балаларына Кәримов фамилияһын бирә. Шунан башлап Ҡыйғаҙытамаҡта  Кәримовтар нәҫеле барлыҡҡа килә.

 Заман Бабичтың исемен халыҡ хәтеренән юйырға, уның тамырҙарын юҡ итергә тырышһа ла, ваҡыт үтеү менән Шәйехзада Бабичтың яҡты исеме тергеҙелә, ул кире халыҡ араһына ҡайта. Кәримовтар Бабич фамилияһын йөрөтмәһә лә, үҙҙәренең шәжәрәһен, тамырҙарын белә, һаҡлай һәм ғорурлана.

Мөхәмәткәрим Бабичев нәҫеле

— Мөхәмәткәримдең биш улы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Бишеһе лә һуғыш яланында башын һала. Әхмәтсафаның үҙенең биш балаһы була. Бик ауыр ваҡыттар кисерергә тура килә йәш кенә балаларға. Атайым  (Нәзир Кәримов) әсәһенән биш йәштә генә ҡала, бәләкәй ҡустыһы  Әмир өләсәйем үлгәндә ни бары йәш ярымлыҡ бала була. Олатай ҙа фронттан әйләнеп ҡайтмай. Шулай итеп, биш бала дөм етем ҡала. Балаларҙы олаталары Мөхәмәткәрим, Шәйехзаданың бер туған ағаһы, ҡарап үҫтерә. Шуға күрә лә атайым  үҙҙәренең шәжәрәһен яҡшы белә, —  ти Мөнир Кәримов.

Нәзир Әхмәтсафа улы Кәримов 1936 йылдың 3 мартында тыуған. Ғәлиә Сабирйән ҡыҙы 1941 йылдың 3 майында донъяға килә. Икеһе лә Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында тыуып үҫә. Улар 1964 йылдың 24 декабрендә ғаилә ҡора. Матур итеп донъя көтә Кәримовтар. Бер-бер артлы туғыҙ  ҡыҙ, өс малай донъяға килә. Ҙур ғаиләлә балалар бик татыу, берҙәм үҫә. Ата-әсәләре уларҙы бәләкәйҙән эш һөйөргә, яуаплы булырға өйрәтә.

Нәзир Әхмәтсафа улы 12 йәштән колхозға эшкә төшә. Бәләкәй генә үҫмергә бик иртә тормоштоң әсеһен татырға тура килә. 1948 йылда тырыш егет механизаторға уҡып, һөнәр үҙләштерә. 1953 йылда уны ил алдында хәрби бурысын үтәргә армия сафына алалар. Мәскәүҙә авиабелгестәр мәктәбендә уҡып, өс йыл автомеханик булып эшләргә лә өлгөрә. Унан һуң ауылға ҡайтҡас,  комбайнсы, тракторсы,  ферма мөдире булып эшләй. Хаҡлы ялға сығыр алдынан байтаҡ йылдар почтальон була.

Ғәлиә Сабирйән ҡыҙы ла атаһынан бик иртә етем ҡала. Атаһы һуғышта башын һалғанда  уға ни бары алты  ай ғына була. Әсәһе Фатима йәшләй генә биш бала менән тол ҡала. Ғәлиә апай баҡса үҫтерергә, тәмле аштар бешерергә ярата.

Бабич нәҫелен дауам итеүселәр

Нәзир Кәримовтың улы Мөнир бөгөн  ғаиләһе менән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында йәшәй. Тормош иптәше Фәниә апай шулай уҡ Ҡыйғаҙытамаҡ ҡыҙы. Фәниә һәм Мөнир Кәримовтар 2008 йылда ғаилә ҡора. Улар бер ҡыҙ һәм малайға ғүмер бүләк итә. 2020 йылдың авгусынан Мөнир Кәримов ауыл старостаһы вазифаһын үтәй. Үҙе лә, Фәниә апай ҙа ауылдаштары өсөн йән атып торған кешеләр. Улар ауыл тормошо эсендә ҡайнап йәшәй. Өмәләр, саралар, байрамдар, һайлауҙар ҙа уларһыҙ үтмәй.

— Мөнир Нәзир улы староста  вазифаһына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Ауыл халҡы менән күп кенә эштәр башҡарҙылар. Тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлай алам,  — ти Мишкә ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ишмакаев.

Әлбиттә, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, улар бит бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич нәҫеленән!

Теманы дауам итеп...

Бабич фамилияһының ҡайҙан килеп сығыуы хаҡында ошондай риүәйәт  йәшәп килә. Шәйехзада Бабичтың бабаларының береһе бер выҡыт, биш-алты йәшлек улын эйәртеп, урманға барған. Бала, аҙашып, атаһынан шунда айырылып ҡалған. Атаһы, ни тиклем эҙләһә лә, улын таба алмаған. Икенсе көндө кешеләр алып барып эҙләһә лә, таба алмай ҡайтҡан. Бер нисә йылдан һуң Ҡыйғаҙытамаҡтың бер кешеһенә шул тирәләге рус ауылында ҡунырға тура килгән. Ул үҙе төшкән хужа өйөндә теге юғалған баланы төҫмөрләп таныған. Был хаҡта һорашҡас, йорт хужаһы баланы бынан өс-дүрт йыл элек Ҡыйғаҙы урманынан табып алып ҡайтҡанын һәм, уны үҙенә ул итеп, Бабич исеме биреүен һөйләгән. Юлсы, Бабичтың атаһына ҡайтып, күргән хәлде һөйләп биргән. Бабичтың атаһы был ауылға килеп, әлеге русҡа  бүләктәр биреп,  рәхмәт әйтеп, ҡыуана-ҡыуана улын алып ҡайтып киткән, ти. Бабич тигән исем шунан ҡалған.

Лилиә  Хәсәнова.

Мишкә районы.

Ни өсөн Бабичевтар Кәримов  булып киткән?
Ни өсөн Бабичевтар Кәримов булып киткән?
Читайте нас: