Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
8 Октябрь 2021, 07:15

Туған тел һағында тороусы уҡытыусы

Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Яҡупова уҡыусыларға туған телдең матурлығын тойорға өйрәтә.

Туған тел һағында тороусы уҡытыусыТуған тел һағында тороусы уҡытыусы
Туған тел һағында тороусы уҡытыусы

 

Гөлнара Фаһаман ҡыҙы – ғәҙел, ярҙамсыл, яғымлы кеше. Балаларҙы тәрбиәләү башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф ғәҙәттәренә, тарихына һәм милли байрамдарына бәйләп алып барыла. Уҡыусылар башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнә, тарих менән ҡыҙыҡһына. Туған телгә арналған аҙналыҡтар, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрә.

20 йылдан ашыу педагогик стаж туплаған уҡытыусының тырыш хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Г. Якупованы үтеп киткән Уҡытыусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Люция Карамова.

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас