

Сарала Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, билдәле шағирә, журналист Лариса Абдуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса белгесе, яҡташыбыҙ Винарис Абдуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, ҡурайсы Роберт Юлдашев, район Советы секретары Рима Нәбиуллина, район Советы депутаты Эдуард Тимерғәлин, яҡын-тирә ауылдарҙан хакимиәт башлыҡтары һәм Сөйөш, Гөмбә, Ҡашҡа ауылдары халҡы, мәктәп уҡыусылары, бирелә тыуып үҫеп ситтә йәшәүселәр ҡатнашты.
Һәр ерҙә тыуған ауылы яҙмышына битараф булмаған изге күңелле кешеләр йәшәй. Улар ауылдаштарының йәшәйешен яҡшыртыуға, ауылдарын төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә. Шундайҙарҙың береһе — Асҡын районының Сөйөш ауылында йәшәүсе Мәхмүт ағай Ғәлләмов. Хаҡлы ялдағы ир-уҙаманы йәнтөйәге яҙмышы өсөн янып йәшәй. Уның башланғысы менән һуңғы йылдарҙа Сөйөштә байтаҡ изге эштәр башҡарыла. “Изгеләр зыяраты” алдына Хәтер ташын ҡуйыу ҙа уның инициативаһы менән башҡарылды. Бирелә элек-электән Балыҡсы ырыуының изге кешеләре ерләнгән булған. Ошо изге урын онотолмаһын, йәштәр тарихты белһен, тигән маҡсатта Мәхмүт Мәрзәүи улы зыярат алдына Хәтер ташы ҡуйҙыртыу инициативаһы менән сыға. Уның изге уйын улдары һәм изге күңелле ауылдаштары күтәреп ала.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.