Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Октябрь 2021, 23:10

Илһөйәр, рухлы замандаштарыбыҙ булыуы ҡыуаныслы

“Изгеләр зыяраты”на Хәтер ташы ҡуйыу тантанаһында тыуған ауылы яҙмышына битараф булмаған изге күңелле, рухлы, ауылдаштарының йәшәйешен яҡшыртыуға, ауылдарын төҙөкләндереүгә, тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә, уны йәштәргә еткереүгә ҙур өлөш индергән ир-егеттәр бүләкләнде

Илһөйәр, рухлы замандаштарыбыҙ булыуы ҡыуаныслы
Илһөйәр, рухлы замандаштарыбыҙ булыуы ҡыуаныслы

Өфө ҡунаҡтары — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, билдәле шағирә, тәржемәсе, журналист Лариса Абдуллина менән  Башҡортостан Республикаһының  халыҡ артисы, башҡорт музыканты, ҡурайсы Роберт Юлдашевтың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса белгесе, яҡташыбыҙ Винарис Абдуллиндың да ялҡынлы, рухлы сығыштары күңелдәргә дәрт өҫтәне, тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа, йәштәребеҙгә өйрәтергә, уларҙа илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләргә өндәне. Лариса Хашим ҡыҙы халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүгә, мәңгеләштереүгә тос өлөш индереүҙәре, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Мәхмүт,  Марсель, Мәҡсүт  Ғәлләмовтарға, Илшат Фәйзуллинға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хатын, Балыҡсы ырыуы китабын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Шулай уҡ Хәтер ташын асыу сараһында Ҡашҡа ауылынан Балыҡсы ырыуының ҡор башы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, мәғариф ветераны Наил ағай Хәйруллин, район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина сығыш яһаны. Улар бөгөнгө сараның оло әһәмиәткә эйә булыуын, биреләге халыҡтың тарихын белеүен, онотмауын билдәләп үтте.

Сығыштарҙан һуң мәртәбәле ҡунаҡтар һәм рәсми вәкилдәр “Изгеләр зыяраты”ның Хәтер ташын асты. Оҙонлоғо ике, бейеклеге бер метр тирәһе ташҡа мәрмәр плитә ҡуйылған һәм уға зыярат исеме, шағирә Лариса Абдуллинаның бер куплетлы шиғыры яҙылған. Шулай уҡ ташҡа Барахай ауылынан тимер оҫтаһы, район Советы депутаты Эдуард Тимерғәлиндың тимерҙән ҡойоп эшләгән башҡорт яугирҙарының яу ҡоралдары теҙмәһе лә беркетеп ҡуйылған.

 

Илһөйәр Махатова.

Автор фотолары.

Илһөйәр, рухлы замандаштарыбыҙ булыуы ҡыуаныслы
Илһөйәр, рухлы замандаштарыбыҙ булыуы ҡыуаныслы
Илһөйәр, рухлы замандаштарыбыҙ булыуы ҡыуаныслы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: