Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Октябрь 2021, 22:40

Данлы тарихыбыҙҙы йәш быуынға өйрәтәйек

Асҡын районының Сөйөш һәм Гөмбә ауылдары араһында урынлашҡан “Изгеләр зыяраты”на Хәтер ташы ҡуйыу тантанаһында рухлы, ялҡынлы, йәштәребеҙ өсөн фәһемле сығыштар яңғыраны

Данлы тарихыбыҙҙы йәш быуынға өйрәтәйек
Данлы тарихыбыҙҙы йәш быуынға өйрәтәйек

 Сара Гөмбә ауылынан Сәғит хәҙрәт Сабировтың Ҡөрьән аяттары уҡыуынан башланып китте. Артабан Башҡортостан Республикаһының  халыҡ артисы, башҡорт музыканты, ҡурайсы Роберт Нәжип улы Юлдашев ҡурайҙа  “Урал көйө”н башҡарғанда Гөмбә, Сөйөш, Ҡашҡа ауылдары халҡы күңелдәрендә ошо ерҙәге хәтерҙе, тарихты яңыртҡандыр.

  • Асҡын районы үҙенең тарихы, билдәле кешеләре, арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Беҙҙең яҡта иҫтәлекле урындар байтаҡ. Һәр ғаиләнең, һәр ауылдың үҙенең тарихы бар. Ошо тарихты йәш быуынға еткерергә теләүсе замандаштарыбыҙ булыуы бик ҡыуаныслы. Улар йәштәребеҙҙә илһөйәрлек тәрбиәләргә, уларға данлы тарихыбыҙҙы өйрәтергә тырыша, ата-бабалар хәтерен онотмаҫҡа өндәй. Бөгөнгө сара бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Беҙ бөгөн быуындар бәйләнешен, ата-бабалар рухын тергеҙеп, ошо ерҙә Балыҡсы ырыуының изге кешеләренә атап Хәтер ташы асабыҙ. Беҙ тыуған ерен тоғро һаҡлаған ата-бабаларыбыҙ менән ғорурланырға тейеш. Был иҫтәлекле урынды һаҡлағыҙ, йәштәргә һөйләгеҙ, төҙөкләндереп тороғоҙ, — тип, район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов Мәхмүт ағай Ғәлләмов ғаиләһенә, тыуған яҡты өйрәнеүсе Наил Ғаян улы Хәйруллинға һәм ошо изге эште башҡарыуҙа ҡатнашҡандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ошо изге эштең инициаторы Мәхмүт Мәрзәүи улы эштәр барышы, кемдәр ярҙам итеүе, зыярат тарихы, уны кемдәр тәрбиәләп, төҙөкләндереп тороуы тураһында һөйләне.

Зыярат тарихы халыҡтан-халыҡҡа һөйләнеп килгән, инде ауылда был турала яҡшылап белгән ололар ҙа ҡалмаған тиерлек. Был изге урынды элек-электән тәрбиәләп торғандар.  2010 йылда уны Гөмбә ауылынан Рәүеф ағай Рәхимов кәртәләп алған, туғандары менән буятҡандар. Гөмбә ауылының иң оло кешеһе, Рәүеф ағайҙың әсәһе Ҡаимә әбей Рәхимованың да сарала ҡатнашыуы, үҙенең хәтирәләре менән бүлешеүе оло әһәмиәткә эйә булды.

Илһөйәр Махатова.

Автор фотолары.

Данлы тарихыбыҙҙы йәш быуынға өйрәтәйек
Данлы тарихыбыҙҙы йәш быуынға өйрәтәйек
Данлы тарихыбыҙҙы йәш быуынға өйрәтәйек
Данлы тарихыбыҙҙы йәш быуынға өйрәтәйек
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: