

Һәр төбәктең үҙ патриоты була. Халҡым, телем, милләтем тип, шуларҙы хәстәрләп, шул рух менән янып-көйөп йәшәй ундайҙар. Улар арабыҙҙан китһә лә, тормош юлдары, образдары киләсәк быуын өсөн яҡты йондоҙ-маяҡ булып яна. Шундай илһөйәрҙәр араһында Солтанбәк ауылында тыуып-үҫеп, белем алып, артабан 26 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәттә үткәреп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Өфөгә ҡайтып, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә ғүмерен бағышлаған Шаһийән Миңлеғәлиев айырым урынды биләй. Быйыл 5 ноябрҙә уға 90 йәш тулған булыр ине. Беҙҙе күптән ҡалдырып китһә лә, уның рухы күңелебеҙҙә йәшәй.
Шаһийән ағай 1931 йылдың 5 ноябрендә Солтанбәк ауылында йәшәүсе Тутыя һәм Миңлеғәли Ғәбдрәшитовтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килә. Ошо ҡатмарлы йылдарҙың бар ауырлығын тойоп, бәләкәйҙән эшкә егелеп, ғаиләлә биш бала үҫә: Маҙһар (1923 йылғы), Әҡсән (1927), Шаһийән (1931), Фәниә (1936), Мәснәүи (1942). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә иҫән түгел.
“Хәтеремдә, атайым Миңлеғәли Ғәбдрәшитов (1896 йылғы) ауылда беренсе оҫта була торғайны, арба тәгәрмәстәрен ҡойоп ҡына ҡуя ине. Атайым һуғышта һаулығын юғалтты һәм, оҙаҡ интегеп, 1951 йылда донъя ҡуйҙы.
Әсәйем, Тутыя Ғилмалетдин ҡыҙы, өй эштәренә маһир булды: беҙгә өҫ кейемдәрен генә түгел, башлыҡтарҙы ла киндерҙән бына тигән итеп тегеп бирә торғайны. Ғөмүмән, ул осорҙа үҙ-үҙенә кәрәк-яраҡты хәстәрләү һәр кемдең оҫталығына бәйле булды, шуға күрә ауылда һәр төрлө һөнәр эйәләре — уңдырып икмәк бешереүселәр, арҡалыҡ-йүгәндәрҙе оҫта биҙәүселәр, һағыҙ ҡайнатыусылар, ылыҫ майы һығыусылар, тегенселәр күп ине.
Мал аҫрап донъя көтөү һәр кемдең көндәлек шөғөлө була. Мәҫәлән, минең олатайымдың ҡолонло биш аты, быҙауҙары менән дүрт һыйыры, алты һарығы, 20 гектар самаһы ере була. Бөтә Рәсәй буйынса 1917 йылда үткәрелгән иҫәпкә индерелгән ул, — тип яҙа Шаһийән ағай 1998 йылғы “Ватандаш” журналының 1-се һанында донъя күргән “Балыҡсы башҡорттары” тигән мәҡәләһендә. — Хәтеремдә, мин 7-се класты тамамлағас, ат ҡараусы булып эшләп алдым. Ике йыл тирәһе йөрөгәнмендер. 1948 йылдың көҙөндә, ете малай һөйләштек тә, йыраҡ булһа ла Урмияҙға уҡырға киттек. Унан да яҡыныраҡ урта мәктәп булманы. Ярай әле ҡыйыулығыбыҙ етеп, бер-беребеҙгә терәк, иптәш булып шул алыҫ араны (25 км) үтергә батырсылыҡ иткәнбеҙ. Ул егеттәрҙең бөтәһе лә һөнәрен тапты: Изах Әғләмов, Иғтисам Ғилманшин һәм мин — авиация офицерҙары, Булат Хөснияров, Фәйзел Ибраһимов, Туҡтағол Саяпов уҡытыусы булып китте, Әмирйән Әхмәров институт тамамлағас, бөтә ғүмерен ауыл хужалығына арнаны.
Урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл Солтанбәк мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләнем.
Хеҙмәткә алынғас, Иркутск ҡалаһының хәрби-авиатехник училищеһында кадрҙар офицеры булып киттем. 1978 йылда хеҙмәтте тултырғас та эшһеҙ ятманым, төрлө эштә йөрөлдө. Хәҙер инде хаҡлы ялдамын, шулай ҙа халҡым тип, илем тип, янып йәшәйем. Тарих төбөнән хаҡлыҡ эҙләйем, ауылдаштарымды ҡыуандырам”.
“1953 йылда атайым Иркутскиҙа авиация-техник училищеһына уҡырға инә һәм уны 1956 йылда уңышлы тамамлай. СССР Оборона министрлығы йыраҡ авиацияһында техник булып хеҙмәт итә. Чернигов өлкәһе Прилуки ҡалаһында ТУ-22 бомбардировщиктарын хеҙмәтләндерә.
1957 йылда Урмияҙ ауылы ҡыҙы Ғәлиә Ахунйән ҡыҙы Ахуноваға өйләнә. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып 1958 йылда мин – улдары Олег донъяға киләм. Атайым менән әсәйем бик татыу йәшәне.
Хрущев заманындағы ҡыҫҡартыуҙарҙан һуң, атайымды СССР Оборона министрлығының хәрби-төҙөлөш часына Калуга өлкәһе Козельск ҡалаһына күсерәләр. Унда ул баллистик ракеталарҙы эшләтеп ебәрә торған комплексты төҙөүҙә ҡатнаша. Әсәйем Бөрө пединститутының рус филологияһы факультетын тамамлаған була. Ул бирелә мәктәптә рус теле уҡытыусыһы булып эшләне. Шулай һөйөнөп кенә йәшәп ятҡанда ғаиләбеҙгә оло ҡайғы килде — 1976 йылдың декабрендә әсәйем вафат булды. Ул ошо Козельск ҡалаһында ерләнде. 1978 йылда атайым хеҙмәтен тултырып, хаҡлы ялға сыға. Калуга ҡалаһында йәшәй һәм трикотаж фабрикаһында тәьмин итеү өлкәһендә эшләй. 1988 йылда ул Өфөгә күсенеп ҡайтты. Бында ла атайым тик ятманы, ә Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында именлек хеҙмәтендә эшләне. Нәҡ ошонда ул тыуған яҡ тарихы менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Асҡын районында конференция үткәреү өсөн дә күп көс һәм тырышлыҡ һала атайым. Яҙыусылар, тарихсылар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән бер нисә тапҡыр Асҡынға ҡайта. Был эшлекле сәфәрҙәрҙең һөҙөмтәһе була, әлбиттә, тик атайыма күрергә насип булмай”, — тип ғәзиз кешеһе тураһында һөйләне Шаһийән ағайҙың берҙән-бер улы Олег. Ул бөгөн Мәскәү өлкәһендә йәшәй, атаһы юлынан китеп, хеҙмәт итә һәм хаҡлы ялға сыға.
Тыуған яғына булған көслө һөйөү тойғолары Шаһийән ағайҙы Башҡортостанға алып ҡайта. Ул тормош юлын Матур апай менән дауам итә. Өфөлә ул башкөллө эҙләнеү-тикшеренеү эшенә сума. Яҡташыбыҙ архивтарҙа эҙләнеп, ауылдың тарихын тергеҙә, үҙенең һәм ауылдаштарының шәжәрәләрен төҙөй.
«1992 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Балыҡсы волосының башҡорт аҫабалары һәм припущенниктар тураһында мәғлүмәттәр туплап, Балыҡсы волосындағы башҡорт ауылдарының исемдәрен асыҡлап, төрлө йылдарҙағы ревизия һөҙөмтәләрен сағыштырып, исемдәрен асыҡлап татарса уҡытылған Асҡын башҡорттарының тора-бара татар булып яҙыла башлауҙарын архив материалдарында күрһәтеп, йыйған бар мәғлүмәттәрен “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенә, тарихсы-ғалимдарға алып барып тапшыра. «Миңә, Асҡын районы башҡортона, халҡымдың күҙ алдында юҡҡа сығыуын күреүе бик ауыр. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарҙың, исмаһам, ҡалған өлөшөн булһа ла һаҡлап ҡалыу өсөн хөкүмәтебеҙ ашығыс саралар күрһә ине”, — тип мөрәжәғәт итте ул 1992 йылдың 24 декабрендә “Йәшлек” гәзите аша”, — тип яҙғайны Зәйтүнә Ханова, Шаһийән ағайҙың яҡты иҫтәлегенә арнаған мәҡәләһендә.Әйткәндәй, Шаһийән Миңлеғәли улы башҡорт ауылдарының тарихын һәм Балыҡсы башҡорттарының шәжәрәләрен өйрәнеп, уларҙы архив материалдары менән иҫбат итә. Быларҙың барыһы тураһында ла уның мәҡәләләре район һәм республика баҫмаларында сығып тора. (“Ышаныч”, 1993, №13, “Ватандаш”, 1998, №1, “Ағиҙел”, 1997, №4, “Башҡортостан”). Райондашыбыҙҙың тарихи эҙләнеүҙәре “Теле барҙың – иле бар” (Өфө, “Китап”, 1995) һәм Һөйәнтүҙ фажиғәһенең 260 йыллығына арналған брошюраларында ла баҫылып сыға.
«Һуңғы йылдарҙа ауыл тарихтары менән ҡыҙыҡһынам. Әнүәр Әсфәндийәровтың “История сел и деревень Башкирской ССР» тигән хеҙмәтенең IV китабына минең хеҙмәттәрем дә инеп китте. Хәҙер шуны әйтергә була, ниндәй райондарҙа, ауылдарҙа ниндәй милләт кешеләре йәшәгәне архивтағы ревизия материалдарында асыҡ яҙылған. Асҡын районында ике ауыл ғына – Арбаш һәм Күсән мишәр тип яҙылған. Ҡалғандары бөтәһе лә башҡорттар һәм рустар, — тип яҙа Шаһийән Миңлеғәли улы 1994 йылда “Аптырайым мин” тигән мәҡәләһендә. — 1935 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Асҡын районында барлығы 37065 кеше иҫәпләнә, башҡорттар — 16508 (44,6 %), татарҙар — 5094 (15,6 %), рустар — 14442 (39 %) һәм башҡалар. 1981 йылғы иҫәп алыу буйынса район халҡы кәмей (26900), күп ауылдар бөтөрөлдө, күсеп китеүселәр күп. 1992 йылғы иҫәп буйынса бөтөн халыҡ 23,5 мең кеше, башҡорттар — 14842 (39%). Күрәһегеҙ, беҙ Асҡында күпбеҙ. Бигерәк тә Төй, Сарс, Танып йылғалары буйҙарында төрлө ырыуҙарыбыҙ йәшәй. Үҙемдең тыуған ауылым Солтанбәк йәмле Сарс йылғаһы буйында урынлашҡан. Беҙҙең ауылда Балыҡсы ырыуы башҡорттары (ҡалмаҡ, божор, хәмит нәҫелдәре) йәшәй. Үҙем архивтан туғыҙ быуынымды эҙләп таптым, атай яғынан да, әсәй яғынан да – улар бөтәһе лә ревизия материалдарына нигеҙләнеп яҙылған. Үкенескә ҡаршы, бик аҙ ғына кешеләр бының менән ҡыҙыҡһына. Ауылдарҙа тарих буйынса музейҙар асырға ине. Ҡайҙа инде ул..”
1994 йылда Шаһийән ағай райондаштарыбыҙҙың ауыл, нәҫел, ырыу тарихы менән ҡыҙыҡһынмауына борсола. Их, бөгөн үҙе беҙҙең арала булып, күрһә ине, нисек итеп хәҙер нәҡ уның башланғысы менән, нәҡ ул өйрәнеп, яҙып ҡалдырған шәжәрә буйынса райондаштарыбыҙҙың күбеһе, бигерәк тә Балыҡсы ырыуы башҡорттары үҙенең нәҫел ептәрен барлай, шәжәрәләрен төҙөй, белгәндәрен йәш быуынға еткерә.
Үрҙә аталған мәҡәләлә Шаһийән ағай республика матбуғат һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә лә бер аҙ үпкә белдерә. “Һеҙ, матбуғат һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, төньяҡта һирәк булаһығыҙ һәм беҙҙең сығыштарға ла иғтибар бирмәйһегеҙ. Ғалимдар ҙа күренмәй беҙҙең төньяҡ-көнбайышта”, — тип борсола ул. Бына шулай янып-көйөп йөрөп ул, ниһайәт, тарихсылар, журналистар, яҙыусылар өсөн Асҡынға юл һала. Бер нисә тапҡыр улар менән районыбыҙға ҡайтып, урындағы етәкселәр менән осрашып, төрлө саралар үткәрәләр, тыуған яҡ тарихын тергеҙеү буйынса эш башлайҙар. Иң ҙур һәм һөҙөмтәле, мәртәбәле сара булып, 1996 йылдың 20 мартында Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе ултырышы үтеүе булалыр, моғайын. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының яуаплы секретары Иршат Аҫылғужин, “Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире Радик Байназаров, Республика халыҡ ижады үҙәге вәкиле Рәфис Хөснөтдинов һәм яҡташтарыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының Закондар сығарыу Палатаһы депутаты Фәүхетдин Фәтхуллин, отставкалағы хәрби, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиев та ҡатнаша. Шулай уҡ сараға мәктәп директорҙары, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, ауыл Советтары етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, колхоз, совхоз, предприятие етәкселәре саҡырыла. Ҡоролтайҙа барлығы 420 кеше ҡатнаша.
Сараны I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Александр Кавардаков аса һәм райондың социаль-иҡтисади торошона байҡау яһай. 1995 йылдың 1 ғинуарына районда халыҡ һаны 27 мең тирәһе иҫәпләнә. Шуның 12 процентын — рустар, 63 процентын — башҡорттар, 24 процентын — татарҙар, 1 процентын башҡа милләт вәкилдәре тәшкил итә.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ғына район 68 ауылын һәм байтаҡ халҡын юғалта. Александр Владимирович, халыҡты борсоған проблемаларға туҡталып, уларҙы берҙәм тырышлыҡ менән генә сисеп булырын, һәр баланың үҙ телен бала саҡтан өйрәнеп үҫергә тейешлеген билдәләй. Ул Асҡын еренең билдәле шәхестәре хаҡында яҡташтарына оло ғорурлыҡ тойғоһо менән һөйләй.
Ҡоролтай ултырышынан һуң Асҡын ерендә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, бигерәк тә башҡорт халҡының тарихи традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, туған телен үҫтереү, нығытыу, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ҙур эштәр башлана. Юғары уҡыу йорттарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеттарына уҡырға ингән студенттарҙың һаны арта.
1996 йылдың октябрендә Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты район хакимиәте менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Һөйәнтүҙ фажиғәһенең 260 йыллығын билдәләүҙе һорап, хат юллай һәм яҡлау таба. Ошо йылдың 27-29 ноябрендә Асҡында республикабыҙҙың билдәле ғалимдары, яҙыусылары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Нияз Мәжитов һәм башҡалар ҡатнашлығында ҙур конференция үтә. Был сарала ошо фажиғә иҫтәлегенә стела ҡуйырға ҡарар ителә. 1997 йылдың октябрендә Ҡоролтай Башҡарма комитеты һәм Асҡын районы вәкилдәренән торған вәкәләтле төркөм (был төркөмдә Шаһийән Миңлеғәли улы ла була), фажиғә булған урындарҙы йөрөп ҡарап сығып, стела ҡуйыласаҡ урынды билдәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Һөйәнтүҙ ауылы ҡабат тергеҙелмәй. Шуның өсөн дә стеланы шул тирәләге яндырылған 51 башҡорт ауылының береһендә — Солтанбәк ауылында ҡуйырға, тип ҡарар итәләр. “Стеланы тиҙерәк ҡуйыу тарихыбыҙға, әруахтарыбыҙға ихтирамыбыҙҙы күрһәтер, киләсәк быуындар өсөн ғибрәт булыр ине”, — тип был мәсьәләне тормошҡа ашырыр өсөн Шаһийән ағай янып-көйөп йөрөй, районыбыҙға ла ҡайтып, урындағы етәкселек менән осраша, кәрәк ерҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. 2002 йылдың октябрендә, Республика көнө сиктәрендә, Солтанбәк ауылында Һөйәнтүҙ фажиғәһенә арналған стела асыла. Тик был күптән көтөлгән шатлыҡлы һәм иҫтәлекле көндө Шаһийән ағай ғына күрә алмай... 1998 йылдың 2 авгусында уның йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Шаһийән ағай асҡындарға бик яҡын. Кемдәрҙер уны тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе булараҡ белһә, башҡаларына хәрби кеше булараҡ билдәле. Шулай ҙа барыһы ла уның хаҡындағы бер фекер менән килешәлер. Шаһийән ағай – иң тәүҙә үҙ халҡының, милләтенең киләсәген ҡайғыртып йөрөүсе, ошо сәбәпле оло йәшендә лә үҙенә ял бирмәгән тынғыһыҙ зат була. Әгәр ҙә Шаһийән ағай шул йылдарҙа Асҡын башҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн янып-көйөп йөрөмәгән булһа, бөгөнгә башҡарылған эштәрҙең күбеһе тормошҡа ашмаған булыр ине. Уның тырышлығы асҡындарҙы асылына ҡайтарырға ярҙам итә. Шаһийән Миңлеғәлиев кеүек яҡташтарыбыҙ менән беҙ сикһеҙ ғорурланырға һәм уның исемен мәңгеләштереү өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ.
Наилә Имаева.
Асҡын районы