Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
28 Сентябрь 2021, 07:10

Музейҙа ла булалар, спектакль дә ҡарайҙар

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы студенттары беренселәрҙән булып “Пушкин картаһы” проекты сиктәрендә мәҙәни сараларға бара.

Музейҙа ла булалар, спектакль дә ҡарайҙарМузейҙа ла булалар, спектакль дә ҡарайҙар
Музейҙа ла булалар, спектакль дә ҡарайҙар

 

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 1 сентябрҙән илдә президент Владимир Путин башланғысы менән ойошторолған "Пушкин картаһы" проекты эшләй башланы. Уның ярҙамында 14-22 йәшлек йәштәр бөтә Рәсәй буйлап мәҙәни сараларға бушлай йөрөй ала. Тәүгеләрҙән булып картаны Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы студенттары  ла алып, файҙаһын күрә.

 Филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Бөрө филиалы доценты Гөлнур Ҡасҡынова хәбәр итеүенсә, Бөрө филиалы студенттары "Пушкин картаһы" программаһы сиктәрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына барып,  «Ҡыҙ урлау» (М.Кәрим, реж. И.Ҡаҙаҡбаев) спектаклен ҡарай. Был көндө студенттар шулай уҡ   М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында экскурсияла була. Студенттар рәссам Ю.М. Ракша күргәҙмәһе менән таныша.

Наилә Имаева.

#Башҡорттарихыйылы #Годбашкирскойистории  

Музейҙа ла булалар, спектакль дә ҡарайҙар
Музейҙа ла булалар, спектакль дә ҡарайҙар
Музейҙа ла булалар, спектакль дә ҡарайҙар
Музейҙа ла булалар, спектакль дә ҡарайҙар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас