Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
27 Сентябрь 2021, 09:00

Уҡыусыларын яңы ҡаҙаныштарға әйҙәй

Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы  Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтованың телһөйәр уҡыусылары уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора.  

Уҡыусыларын яңы ҡаҙаныштарға әйҙәйУҡыусыларын яңы ҡаҙаныштарға әйҙәй
Уҡыусыларын яңы ҡаҙаныштарға әйҙәй

 Альмира Таһирйән ҡыҙының Пермь крайы Оса педучилищеһын тамамлап, тыуған ауылында хеҙмәт юлын башлауына ла 33 йыл ваҡыт үткән.  Ошо йылдар эсендә талантлы, үҙ эшенә бар белемен, тырышлығын һәм  йөрәк йылыһын һалған   уҡытыусы нисә сығарылыш класс уҡыусыларына белем һәм тәрбиә биреп, туған телгә һөйөү тәрбиәләгән?!  Альмира Әхмәтова   Башҡортостан ауылы мәктәбендә 22 йыл эшләгәндән һуң, Иҫке Мутабаш мәктәбенә күсә.

 Һуңғы йылдарҙа  Альмира Таһирйән ҡыҙы Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән  белем бирә. Дәртләнеп  эшләүсе уҡытыусы  уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү, уларҙы фәнни үрҙәргә, яңы ҡаҙаныштарға әйҙәргә ынтыла. Бының өсөн  ул районда һәм республикабыҙҙа үткәрелгән   олимпиадаларға, төрлө ижади бәйгеләргә, фәнни-ғәмәли конференцияларға әҙерләп, ҡатнаштыра.  Тырышлығы бушҡа китмәй, уҡыусылары әленән-әле  призлы урындар алып һөйөндөрөп кенә тора. Бына яңы ғына  бер ҡосаҡ  грамоталар һәм бүләктәр  алып ҡыуаналар.

 

“Беҙҙең  ИҫкеҠаҙансы урта мәктәбендә башҡорт телен өйрәнеүгә бик ҙур иғтибар бирелә.Район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнаша һәм ҙур маҡтауға, уңыштарға лайыҡ була.

Мәҫәлән, Абдулхаҡ Игебаев уҡыуҙарында ҡатнашып, Ғәлиә Әхмәтғәлиева республика фәнни-ғәмәли конференцияның — «Ҡаһармандан яҡты эҙ ҡала...» номинацияһында, ә Миләүшә Шәисламова:

«Күңел дәфтәремдең һәр бер битен

Ынйы – хистәр менән нағышлап,

Өр-яңы бер шиғыр яҙмаҡ булдым

Тыуған илкәйемә бағышлап...» номинацияһында призер булды.

 

Кәүсәриә Шафиҡова уҡыуҙарында  яттан шиғыр һөйләүселәр  секцияһында ҡатнашып, 6-сы  класс уҡыусыһы Фидан Ҡазыханов – 2-се урын, 5-се класс уҡыусыһы Юлиана Әхәтова – 3-сө урын, 8-се  класс уҡыусыһы - Юлиә Тимерғәлиева – 3-сө  урын, 9-сы класс уҡыусыһы – Лилиә Заманова – 3-сө  урын яуланы. Ошо уҡ конкурста Лилиә Заманова, Миләүшә Шәисламова, Илнара Әхмәтова, Илнар Суфиянов, Юлиана Әхәтова, Юлиә Тимерғәлиева, Фидан Ҡазыханов, Инсаф Әхмәтғәлиев, Нәргизә Лоҡманова сертификаттар менән бүләкләнде.

Шәйехзада Бабич уҡыуҙарында («Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты » номинацияһы) Илнар Суфиянов эҙләнеү эшендә ҡатнашып,  2-се урын, Ғәлиә Әхмәтғәлиева (номинация «Шәйехзада Бабич – башҡорт әҙәбиәте классигы»), 3-сө  урын яуланы.

Был конкурстарҙа ҡатнашып, уҡыусылар башҡорт теле менән тағы ла нығыраҡ ғорурлана, уны ҡәҙерләргә һәм хөрмәт итергә өйрәнә. Телебеҙҙең ни тиклем  бай, ҡәҙерле икәнлегенә инана. Беҙҙең шундай данлыҡлы, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең ижадын өйрәнеү,уларҙы хөрмәт итеү үҙе ҙур мәртәбә.

Телгә һөйөү тәрбиәләүҙә үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ, лирик күңелле кеше, шиғырҙар ижад итеүсе шәхес Әлфис Суфиян улы Ғаязов ҙур урын алып тора. Уҡыусылар уның ижадын өйрәнә,тәрбиә, үрнәк алып үҫә.

Бындай эштәр балаларҙа халыҡ ижадын, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡыуға, өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ошо йүнәлештә тәрбиәләнгән уҡысылар Тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр генә ҡылыр, үҙ телебеҙҙе  һаҡлап ҡалырға ынтылыр, үҙ төйәгенең ҡәҙерен белер һәм тормошта үҙ урындарын табыр”, —  ти Альмира Таһирйән ҡыҙы.

 Мәктәп директоры Мансур Әлфрис улы Нуриәхмәтов, уҡыусыларҙы тарихыбыҙҙы, нәҫел тамырҙарын, күренекле шәхестәребеҙҙе  өйрәнергә дәртләндергән, йүнәлеш биреп, бергә ижади эштәр башҡарған уҡытыусыны ирешелгән уңыштары менән ҡотлап,  уға арҙаҡлы райондашыбыҙ  Әлфис  Суфиян улы Ғаязовтың "Аҡ тирәк, күк тирәк" тигән китабын бүләк итә.

Наилә Имаева.

Уҡыусыларын яңы ҡаҙаныштарға әйҙәй
Уҡыусыларын яңы ҡаҙаныштарға әйҙәй
Уҡыусыларын яңы ҡаҙаныштарға әйҙәй
Уҡыусыларын яңы ҡаҙаныштарға әйҙәй
Уҡыусыларын яңы ҡаҙаныштарға әйҙәй
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас