Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
23 Сентябрь 2021, 10:05

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы

Танып ырыуы башҡорто Әхнәф Харисов менән балтастар сикһеҙ ғорурлана.

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улыБашҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы

Башҡорт халҡы һәм теле тигәндә, беренсенән телде һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙа иң ҙур терәк булған олатай, өләсәйҙәребеҙҙе, ауылдағы аҡһаҡалдарҙы күҙ уңында тотам. Ауыл – ҡала әсәһе, тиҙәр. Дөрөҫ, сөнки ауыл – ҡалаға матди яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да ҙур таяныс. Урындарҙа һаҡланып ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәр, ҡабатланмаҫ тормош ысынбарлығы булып, оло быуын вәкилдәренең хәтерендә, телендә яҡшы һаҡланған. Был рухи байлыҡты йыйыу, һаҡлау, туплау эшенә ҙур көс һалған шәхес – Әхнәф Харисов.
Мин үҙем килен булып төшөп, ғүмер кисергән Харисовтар ғаиләһенең шәжәрәһен өйрәнеү теләге менән ҡайнатамдың бер туған һеңлеһе Хөннә апайҙың иҫән сағында һөйләгәндәре тураһында яҙырға уйланым. Атай-олатайҙарыбыҙҙың үткәненә әйләнеп ҡайтыу беҙҙең өсөн ҡыҙыҡ та, тулҡынландырғыс та, бер ҡараһаң, бөтөнләй “икенсе донъя” һымаҡ ине. Үткәндәрен иҫкә алғанда, хәтерендә ҡалғандарҙы, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең тарихын һөйләгәндә ҡарашында осҡондар уйнауы, моң-һағыштың емелдәп ҡуйыуы әле булһа иҫемдә.
Хөннә апай һүҙен атайҙары Ибраһимдан башланы. Холҡо менән сабыр, тыныс, шаян күңелле булған ул. Хәҙерге Балтас районының Имән ауылында хәләл ефете Сәтиғә менән ғүмер кисергән. Икеһе лә уҡымышлы мулла ғаиләһенән булған. Береһенән-береһе аҡыллы, булдыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр: Мәҡлүфә, Әхнәф, Әхүәз, Хөннә, Риф, Рәфҡәт, Фәниә, Ғиффәт.
Оло улдары Әхнәф ата-әсәһенең өмөтөн тулыһынса аҡлаған, тип әйтһәк тә дөрөҫ булыр. Танылған башҡорт яҙыусыһы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, бик күп ордендар кавалеры ул Әхнәф ағай. Академик һәм яҙыусы Ғайса Хөсәйенов үҙенең уҡытыусыһы Әхнәф Харисов тураһында бына нимәләр яҙған: “Әхнәф Харисов – башҡорт филологияһында, теүәлерәк әйткәндә, фольклор менән әҙәбиәт өлкәләрендә тәрән бураҙналар һалған, фән мәктәбен барлыҡҡа килтергән ғалим. Был йәһәттән ул – беҙҙең ғалим-гөлләмәләр араһында, бәлки, Жәлил Кейекбаевтан ҡала, иң бәхетлеләрҙең береһелер, моғайын. Шәкерттәре күп уның, Әнүәр Вахитов, Ким Әхмәтйәнов, Вафа Әхмәҙиев уның етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, фәнгә инеп китте. Нур Зарипов, Марат Минһажетдинов, Фәнүзә Нәҙершина һәм башҡа фольклорсылар уның ҡул аҫтында ғилми текстологик мәктәп үтте. Әхнәф Харисовтың киң профилдәге ғалим булыуы, филологияның төрлө тармағындағы маһирлығы башта уҡ үҙенә әҫир итте. Мин Әхнәф Ибраһим улының фекерҙәрен ябай һәм мәғәнәле итеп биреү оҫталығын, тел-стиль камиллығын үрнәк итергә тырыштым. Институт директоры, фәнни етәксе, ныҡышмалы, талапсан кеше булараҡ та мине күп нимәгә өйрәтте. Уның үрнәгендә фән өсөн башҡарған эшем өсөн йәнемде бирергә әҙер инем хатта. Көндәремде, сәғәттәремде бушҡа үткәрмәй, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йылдың-йылында хеҙмәт артынан яңы фәнни хеҙмәт яҙғанмын, китап артынан китап сығарғанмын икән, Әхнәф Харисовтың талапсанлығына һәм үҙенең үрнәк булыуына бурыслымын”.
Хөннә апай ағаһы тураһында ошоларҙы иҫкә төшөрә ине: “Белем алыу теләге Әхнәфте 14 йәшендә Имән ауылынан сығып китергә мәжбүр итә. Өфө ҡалаһына килеп, ул фатирға урынлаша. Егәрле, белемгә ынтылыусан егетте хужалар беренсе көндән үк оҡшата һәм үҙҙәренең ҡыҙҙарына унан да ҡулайыраҡ тормош иптәше булмаҫ, тигән ҡарарға килә. Әхнәф һуғыштан ҡайтҡас, ҡыҙҙары Филзә менән тормош ҡорорға, ейәндәрен үҫтерергә ярҙам итәләр. Улай ғына ла түгел, Вазифа инәй Әхнәф ағайға Ш. Бабич һәм башҡа башҡорт эшмәкәрҙәре тураһында күп мәғлүмәттәр бирә, ғилми эштәрен тулыландырыуҙа ярҙам ҡулы һуҙа. Әхнәф ағай тормош иптәше Филзә Ғәлимйән ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Филзә апай бер нисә йыл үҙ һөнәре буйынса ревизор-тикшереүсе булып эшләй, артабан бар булмышын ғаиләһенә бағышлай. Әхнәф ағай 1935 йылдан башлап ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән хеҙмәткәр, директор вазифаларын башҡара”.
“Ағайыбыҙ Әхүәз ҙә ҙур хөрмәткә лайыҡ кеше ине, — тип иҫкә алды Хөннә апай. – Белем алырға тигән теләк Харисовтарҙы Бөрө ҡалаһына йәйәү йөрөп уҡырға мәжбүр иткән. Тормош ауырлыҡтарына баш эймәйенсә, нисек кенә булһа ла уҡып кеше булырға, тигән хыял Харисовтарҙы ғүмерҙәре буйына алға әйҙәгән. Әхүәз Мәсәғүт педагогия техникумын тамамлағанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Воронеж ҡалаһында, сержанттар курсында уҡыған, уҡсылар батальонында һуғышҡан ағайыбыҙ. Яу ҡырынан офицер дәрәжәһендә ҡайтҡан. Уның тиҫтәләгән орден-миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары ғаилә архивында әле лә һаҡлана. 1946 йылда, һуғыштан ҡайтыу менән, район етәкселеге уны Текән ауылына сәйәси һорауҙарҙы хәл итер өсөн етәксе итеп ебәрә. Хеҙмәт һөйөүсән, алсаҡ күңелле, туған йәнле кеше ине Әхүәз ағай”.
Әхүәз Харисов – минең тормош иптәшемдең атаһы, балаларымдың яратҡан олатаһы. Улар ҡәйнәм Рәйхана менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙе, ейәнсәрҙәрен аяҡҡа баҫтырырға ярҙамлашып, бик татыу йәшәне.
Йәнә Хөннә апайҙың һөйләүенә әйләнеп ҡайтам: “Ағайҙарынан үрнәк алып, тырыш булып үҫте Рәфҡәт ҡуҫтым да. Тормош иптәше Ниһая менән күп йылдар Һәйтәк урта мәктәбендә фиҙаҡәр хеҙмәт итте. Эштәре маҡтаулы, ғаиләләре ауылдаштарына үрнәк булыуына бик ҡыуанабыҙ, тик яҡшы яҡтан ғына иҫләйбеҙ уларҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошто ауыр хәтирәләр ҙә сыбарлай шул. Мәҡлүфә апай, Ғиффәт һеңлебеҙ, Риф туғаныбыҙ, сәләмәтлектәре самалы булыу сәбәпле, ҡыҫҡа ғүмерле булды. Яман сир уларҙы беҙҙең арабыҙҙан иртә алып китте, яҡындарыбыҙҙы һағынып ҡына һөйләргә ҡалды. Кесе һеңлебеҙ Фәниә Үзбәкстанда йәшәне, тормош иптәше Ғулам менән өс ҡыҙ үҫтерҙеләр. Улар – уҡытыусылар династияһын дауам итеүселәр. Харисовтарҙың нәҫел шәжәрәһен байытып, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ тыуып тора – шуныһы ҡыуаныслы. Уларға күтәрелеп ҡарау менән, күҙ алдыма атайым Ибраһим, әсәйем Сәтиғә, яратҡан ағайҙарым, ҡыҙ туғандарым килеп баҫа. Күркәм кешеләр, күркәм исемдәр биҙәй шәжәрә ағасыбыҙҙы!”
Хөннә апайҙың үҙен дә районыбыҙҙа әүҙем йәмәғәтсе, абруйлы уҡытыусы итеп беләбеҙ. Ғүмерен балаларҙы тәрбиәләү, уларға аң-белем биреүгә бағышлаған, мәғариф өлкәһендә арымай-талмай күп йылдар эшләгән, ике балаһына атай ҙа, әсәй ҙә булырға тура килһә лә, сабыйҙарын яҡшы кеше итеп үҫтергән, көслө рухлы шәхес ине ул. Ғүмеренең һуңғы көндәренә ҡәҙәр ислам дине ҡанундарына тоғро ҡалған, илебеҙҙә барған бөтә яңылыҡтарҙы ла ҡыҙыҡһынып ҡабул иткән, үҙ фекерен әйтә белгән Хөннә апайыбыҙҙы ла инде һағынып иҫкә генә алабыҙ. Һөйләгәндәрен онотмайбыҙ. Ағас – тамыры, кеше нәҫел ебе менән көслө, тигән мәҡәл бар. Нәҫел шәжәрәбеҙҙе йәш быуын Харисовтар лайыҡлы дауам итер, тип ышанабыҙ, сөнки ата-бабаларыбыҙ, ағай-апайҙарыбыҙ башҡарған эштәр менән ғорурланыуыбыҙҙы, улар рухы алдында яуаплылыҡ тойоуыбыҙҙы беҙ балаларға аңлатып үҫтерәбеҙ.
Фәниә ХАРИСОВА,
Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас