Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
22 Сентябрь 2021, 09:45

“Мин бит әле башҡорт ҡыҙы!”

Асҡын районы Табаҫҡытамаҡ ауылында йәшәүсе  Глафира Йәнтимер ҡыҙы туған теле, милләте, тарихи тамырҙары менән ғорурлана.

“Мин бит әле башҡорт ҡыҙы!”“Мин бит әле башҡорт ҡыҙы!”
“Мин бит әле башҡорт ҡыҙы!”

Районыбыҙҙа  илһөйәр, телһөйәр, рухлы, халҡыбыҙҙың   йолаларын, милли кейемдәрен, быуындар бәйләнешен тергеҙеп, уларҙы йәш быуынға тапшырыу өсөн ең һыҙғанып эшләгән ағинәйҙәрҙең күп булыуы һөйөндөрә.  Милли рух һәм йөрәк ҡушыуы буйынса илһамланып үҙ эшен башҡарыусыларҙың береһе — Табаҫҡытамаҡ мәктәбенең  тарих һәм башҡорт теле уҡытыусыһы,  мәктәп музейы етәксеһе Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина.

Дыуан  районы Ҡәҙер ауылында  тыуып үҫкән Глафира Йәнтимер ҡыҙы 1990 йылда, Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Асҡын районының Табаҫҡытамаҡ  мәктәбенә эшкә килә. Йәш уҡытыусыға  башҡорт теле һәм Башҡортостан  тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәрен бирәләр. Шулай итеп, Әйле ырыуы  ҡыҙы төрлө милләт балаларына башҡорт теле серҙәрен аса, туған телгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй.  Баш көллө  эшкә сумған  егәрле  йәш белгес ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡып, диплом ала.

 — Нәҡ ошо  факультетта уҡығанда  мин тарих менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Нәҫелебеҙ, ауылыбыҙ, мәктәбебеҙ тарихын өйрәнеү теләге лә тыуҙы. Яйлап мәғлүмәттәр йыйып, ололарҙан һорашып, тарихи документтарҙы барлап,  ирем яҡлап Ғиниәт нәҫелен ете быуынға тиклем асыҡлап, шәжәрә төҙөнөм.   Артабан үҙемдең атайым яҡлап та  ете быуынды барлап, Ғариф нәҫеленең шәжәрәһен дә төҙөнөм. Ғөмүмән, нәҫел ағасын  төҙөү, тарихыңды  белеү кеше күңелендә бәләкәй тыуған илгә, йәшәгән ергә ҡарата һөйөү тойғоһо уята. Шуға ла һәр тәрбиәле кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға тейеш, тип һанайым. Табаҫҡытамаҡ ауылының һәм мәктәбебеҙҙең  тарихын өйрәнеп, хәҙер уны балаларға  еткерәм. Үҙемдең эшемде, уҡыусыларымды яратам. Быйыл 17 августа хеҙмәт юлымды башлауыма 31 йыл тулды.

 2007 йылда ауылыбыҙҙа өр-яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Мәктәбебеҙ ошо яңы бинаға күсте. Ниһайәт, күптәнге хыялым да тормошҡа ашты –  музей асылды. Уны үҙебеҙҙең ерлеккә хас материалдар, тормош-көнкүреш әйберҙәре, боронғо ҡомартҡылар менән йыһазландырыу, күп йылдар дауамында йыйылған тарихи мәғлүмәттәрҙе тәртипкә һалыу, төрлө стендтар, альбомдар төҙөү эшенә дәртләнеп тотондом. Шулай уҡыусылар, уҡытыусылар менән бергәләп бик күп эш башҡарылды. Хәҙер беҙҙең музейҙа тыуған яғыбыҙ тарихы, уның күренекле шәхестәре,  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре, яугир-интернационалистар,  ветеран уҡытыусылар һәм башҡалар тураһында  бай материал тупланды.  Уҡыусылар менән нәҫел ептәрен  өйрәнеп төҙөгән шәжәрәләребеҙ ҙә, ауылыбыҙҙың ер-һыу атамаларын өйрәнеү буйынса  йыйылған мәғлүмәттәребеҙ ҙә ошонда урын алған, — тип һөйләне Глафира  Йәнтимер ҡыҙы.

 

“Башҡорт милләтенән булыуыма ғорурланам. Бай ҙа, яғымлы ла, ҡөҙрәтле лә туған телем,  данлы тарихым, һоҡланғыс шәхестәрем бар. Халҡыбыҙҙың ошо иң ҡиммәтле хазинаһын һаҡлайыҡ,  тарихи тамырҙарыбыҙҙы  өйрәнәйек, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә тоғро ҡалайыҡ!” — ти  Балыҡсы ырыуы килене, Әйле ырыуы башҡорто  Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина.

 

 Глафира Йәнтимер ҡыҙы тураһындағы тулы материалды “Йәнтөйәк” гәзитенең  24 сентябрҙә сығасаҡ  18-се һанында уҡый алаһығыҙ.

Наилә Имаева.

“Мин бит әле башҡорт ҡыҙы!”
“Мин бит әле башҡорт ҡыҙы!”
“Мин бит әле башҡорт ҡыҙы!”
“Мин бит әле башҡорт ҡыҙы!”
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас