

Форумдың тәүге көндәрендә “Медиала трендтар” тигән киңәйтелгән һөйләшеү булды. Уны Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный алып барҙы. Семинарҙа һанлы эшмәкәрлеккә күсеү, социаль селтәр, киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү һәм башҡа һорауҙар ҡуҙғатылды.
“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина фекер алышыу барышында журналистикала балаларҙы тәрбиәләү темаһын күтәреп сыҡты. Миҫал итеп башҡортса нәшер ителгән “Аҡбуҙат” журналын килтерҙе. Роман Серебряный, башҡорт балалар журналистикаһының ынтылыштарын юғары баһалап, замансалыҡҡа ынтылырға, уҡыусыларҙа даими рәүештә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырып торорға саҡырҙы.
11 сентябрҙә тантаналы рәүештә XXV “Бөтә Рәсәй-2021” хәҙерге заман журналистикаһы форумы асылды. Сара үҙ эсенә Арина Шарапова, Елена Меркачева һәм башҡа билдәле журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре, дискуссия майҙансыҡтарын, түңәрәк өҫтәлдәрҙе ала.
Форум сиктәрендә Ҡышҡы театрҙа “ТЭФИ-Мультимедиа” премияһы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Премия төрлө номинациялар буйынса журналистикалағы уңыштар өсөн тапшырыла – интервью, документаль фильм, ток-шоу һәм башҡалар. Сараны Дмитрий Дибров менән Яна Чурикова алып барҙы, ә еңеүселәргә статуэткаларҙы билдәле медиа-шәхестәр тапшырҙы. Улар араһында Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, радиожурналист Диана Берлин булды.
Сараны асыу тантанаһында музыкаль сәләм менән пианист Даниил Крамер һәм “Секрет” төркөмө ҡатнашыусыһы Максим Леонидов сығыш яһаны.
Форум эшендә Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров та ҡатнашты һәм Башҡортостан журналисының Афғанстандағы хәлдәргә бәйле һорауына яуап бирҙе. Сочиға, “Рәсәй-2021” форумында ҡатнашҡан илдең төрлө төбәктәренән килгән күп һанлы журналистар менән аралашыу өсөн Сергей Лавров Минсктағы һөйләшеүҙәрҙән һуң тура килгән.
Министрға бик күп һорауҙар бирелде, улар халыҡ-ара хәлдәргә, тышҡы һәм эске сәйәсәткә, коронавирус һәм вакцинацияға бәйле булды, шәхси һорауҙар ҙа бирелде.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов Сергей Лавровтан Афғанстандағы хәлдәр тураһында һораны. “Талибан халыҡ-ара йәмәғәтселек тарафынан танылырмы?” – тип тә һораны ул.
Вәдүт Исхаҡовтың һорауына яуап биреп, министр тәүҙә Өфөнө коронавирусҡа ҡаршы “Спутник V” вакцинаһы етештерелгән ҡала тип билдәләне.
Афғанстанға бәйләп, Сергей Лавров фекеренсә, был илдә йәшәгән барлыҡ этник төркөмдәрҙе сәйәси процеста берләштермәй тороп әлеге мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ.
Шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара йәмәғәтселектең ярҙамынан тыш та был проблеманы хәл итеү мөмкин түгел. Шуға күрә, Сергей Лавров белдереүенсә, яҡын арала афған проблемаһы буйынса халыҡ-ара конференция үткәрергә йыйыналар.
Заман журналистикаһы форумында йәнә бер матур яңылыҡ билдәле булды. Башҡортостан Журналистар союзы Рәсәйҙең иң яҡшы өс төбәк ойошмаһы иҫәбенә инде. Ошо айҡанлы уның рәйесе Вәдүт Исхаҡовты Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьёв шәхсән ҡотланы. Рейтингты төҙөгәндә уҙғарылған саралар һаны, берекмәгә яңы ағзалар ҡабул итеү, медиаәүҙемлек, сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә эшләү кимәле баһаланды.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.