Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
13 Сентябрь 2021, 04:06

Ырымбур өлкәһендә байрам саралары

Каруанһарай – ике төбәктең дә тарихына бәйле булған символик мәғәнәле изге урын.

Ырымбур өлкәһендә байрам сараларыЫрымбур өлкәһендә байрам саралары
Ырымбур өлкәһендә байрам саралары

“Каруанһарай” тарихи-архитектура һәйкәленә 175 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған саралар сиктәрендә, кисә, 11 сентябрҙә Ырымбур ҡалаһына Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов барған. Ул тарихи комплекста булды һәм өлкәнең Крупская исемендәге универсаль ғилми китапханаһының конференц-залында үткән тантаналы сарала ҡатнашты. Бында “Каруанһарай – Ырымбурҙың архитектура ынйыһы: кисә, бөгөн, иртәгә” тип аталған архив документтары күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Уны Ырымбур өлкәһенең дәүләт архивы әҙерләгән. Шулай уҡ “Каруанһарай: Боронғолоҡтан бөгөнгә” видеоролигы исем туйы үтте.

Вице-премьер Ырымбур өлкәһе етәкселегенә бында йәшәгән башҡорт халҡына телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау эшендә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте. Уның белдереүенсә, Каруанһарай – ике төбәктең дә тарихына бәйле булған символик мәғәнәле изге урын.

Тантаналы өлөштән һуң Азат Шамил улы Башҡортостан Халыҡтары дуҫлығы йорто филиалы – Ырымбур өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә юлланды. Бында төбәктең башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм әүҙемселәре менән осрашыу үтте. Шулай уҡ эш осрашыуында Ырымбур өлкәһенең төбәк һәм мәғлүмәт сәйәсәте министры урынбаҫары Роман Цуканов, Башҡортостан Хөкүмәте социаль үҫеш департаментының милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе гармонизациялау бүлеге мөдире Илмир Әһлиуллин һәм Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов ҡатнашты.  

Осрашыу барышында Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан арҙаҡлы башҡорттарҙың тарихи хәтерен һаҡлау, шулай уҡ үҙешмәкәр башҡорт ижади коллективтарына ярҙам итеү – костюмдар һәм музыка уйын ҡоралдары тураһында һөйләшеү булды. Бынан тыш өлкәлә туған башҡорт телен өйрәнеү һәм ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләһе лә ҡаралды.

Осрашыу һуңында Башҡортостан Хөкүмәтенең рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бүләкләнеүселәр белдереүенсә, Азат Бадранов ҡулдарынан награда алыу һәм Башҡортостан яғынан иғтибар тойоу башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү эшмәкәрлеген артабан да дауам итеү өсөн яңы этәргес булып тора.

Автор:Альфия Мингалиева
Ырымбур өлкәһендә байрам саралары
Ырымбур өлкәһендә байрам саралары
Автор:
Читайте нас