Пермь крайының Көйәҙе ҡасабаһында «Ата-бабалар ораны» грант проектының саралары үтте. Мәғлүм булыуынса, ул БР граждандар йәмғиәтенә ярҙам күрһәтеү фонды тарафынан Башҡортостан Башлығы грантына томошҡа ашырыла. Урындағы башҡорттар Башҡортостан делегацияһын асыҡ йөҙ һәм милли аш-һыу менән ҡаршы алдылар.
сараны Көйәҙе районы хакимәте башлығы урынбаҫары Андрей Переславцев асып ебәргән һәм урындағы башҡорттарҙың тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауҙа теләктәшлек һәм ярҙам күрһәткән өсөн Башҡортостанға рәхмәтен еткерҙе, сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы — Пермь крайындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белегесе Рәфис Моҡаев учреждение эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Методист Зәүә Махатова ғәйнә һәм танып башҡорттарының милли кейем өлгөләрен күрһәтее. Боронғо эскиздар буйынса тегелгән кейемдәрҙе «Ғилмияза» ансамбле солисткалары ла кейеп ҡараны.
«Ата-бабалар ораны» проектының үҙенсәлектәре менән Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы, проект кураторы Нурия Иҡсанова һөйләне. Урындағы әүҙем милләттәштәргә рәхмәт хаттары тапшырылды.
Проект сиктәрендә Пермь башҡортары алдында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, «Без башкортлар» хәрәкәте лидеры Радик Бәхтиев сығыш яһаны. Ул төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихына һөм бөгөнгөһән туҡтап үтте. Республика халыҡ ижады үҙәге ярҙамында традицион башҡорт милли кейеме реконструкторы Гөлнара Вахитова оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Мәғлүм булыуынса, «Ғәйнәләр: минең халҡым, минең телем, ата-бабаларҙан ҡалған алтын китаптарҙа минең тарихым» проекты БР граждандар йәмғиәтенә ярҙам күрһәтеү фонды тарафынан Башҡортостан Башлығы грантына томошҡа ашырыла. Телде, тарихты һәм традицияларҙы һаҡлау мәсьәләләре, проект үҙенсәлектәре тураһында Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны. Ул урындағы аш-һыу хаҡындағы китабының презентацияһын да үткәрҙе.
Барҙым муниципаль округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әнисә Мәүлекәева боронғо легендаларҙы бәйнә итте, Көйәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы Әлиә Сафина ла сығыш яһаны, миллттәштәребеҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәтен еткерҙе.
Был хаҡта Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто хәбәр итә.
__________
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #БашкирскийЯзык #ДДН #Гайна
+30 °С
Болотло




