

Билдәле булыуынса, кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән "тура бәйләнеш"ендә милләтебеҙҙең ғорурлығы булған, әммә онотола барған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү мәсьәләһе лә күтәрелде.
Журналист, "Рәсәй башҡорттары" проекты авторы Нурия Иҡсанова быға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе:
"Республика Башлығы тура эфирҙа онотолған шәхестәр исемен мәңгеләштергән музей асыу кәрәклеге тураһында әйтте. Ғүмерен, һаулығын йәлләмәйенсә халҡына хеҙмәт итеп тә, танылыу яуламаған, йә нахаҡҡа йәберләнгәндәр ҙә илебеҙ тарихында байтаҡ. Геройҙар исемлегенә республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарҙы ла индереү мотлаҡ. Уларҙың яҙмышы Башҡортостан менән туранан-тура бәйле. Шәхестәребеҙ исеме милләтебеҙгә ҡайтыр, тарихыбыҙҙа яңы биттәр асылыр тигән өмөттә ҡалабыҙ".
Фото геройҙың шәхси архивынан.