

Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәрен етәкләүсе оло хөрмәткә эйә мәғариф ветераны, шундай әүҙем, егәрле ағинәй Мәмдүнә Ғаян ҡыҙының изге ҡомартҡы итеп һаҡлаған кейемдәре боронғолоғо, үҙенсәлекле тегелеше менән күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, биҙәлеше менән һоҡландыра. Һуңғы йылдарҙа ҙур әҙерлек менән үткәрелгән Милли кейем көндәрендә һәм башҡа шундай сараларҙа ла Мәмдүнә апай ҙур теләк менән ҡатнашып, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған милли кейемдәребеҙҙе тергеҙеү өсөн күп көс һала. Был кейемдәрҙең тарихын да өйрәнеп, йәш быуынға түкмәй-сәсмәй еткерә ул.
Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул! Мәмдүнә апай ҡәҙерләп һаҡлаған 200 йыл элек тегелгән уҡалы камзул үҙе генә ни тора! Баҡтиһәң, был камзул Мәмдүнә апайға бишенсе быуынға сығып ҡарт-ҡарт өләсәһе Хәжәр ағинәйҙән изге ҡомартҡы итеп тапшырылған. Күҙ алдына килтерәйек: Мәмдүнә апай, уның әсәһе Кәримә, уның әсәһе Хәтимә, уның әсәһе Фатима, уның әсәһе Хәжәр.
— Бындай уҡалы камзулды бик етеш йәшәгән, хәлле кешеләр генә кейгән. Уны көндәлек тормошта түгел, ә ҙур тантаналарҙа, байрамдарҙа ғына кейгәндәр. Быуындан-быуынға тапшырылыусы ҡомартҡылар араһында йөҙйәшәр күлдәк тә бар. Ул дүрткөл бала итәкләп 12 һыр менән тегелгән.Был күлдәк миңә йыраҡ туғаныбыҙ Ғәмилә әбейҙән ҡалды. Тағы ла кафтан (камзулдан оҙонораҡ кейем) һәм ике камзул бар. Береһе — тәңкәле, икенсеһе — ябай. Икеһе лә билләп тегелгән. Уларға йылға тулҡындары төшөрөлгән. Былар барыһы ла боронғо ҡыр-танып ырыуы кейемдәре, — тип һөйләй Мәмдүнә апай ҡомартҡы итеп ҡәҙерләп һаҡлаған кейемдәре тураһында.
Милли кейемдәрҙе тергеҙеү, уларға төрлө биҙәүестәр (селтәр, күкрәксә, таҡыя, ҡалпаҡ, беләҙек, муйынса һәм башҡалар) эшләү, балалар өсөн кейемдәр тегеү тураһында ла һөйләй.
- Һуңғы йылдарҙа үҙ ерлегебеҙгә хас милли кейемдәрҙе тергеҙеү, биҙәүестәр әҙерләү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Бына, мәҫәлән, мин үҙем шөғөлләнгән район Мәҙәниәт йорто эргәһендәге Ризида Ғәлимова етәкләгән “Ак калфак” халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы, йыр-моңға ғына түгел, тегеү, сигеү, бәйләүгә лә маһир Фәниә Әхмәтова ансамбль ағзалары өсөн дә күлдәктәр тегеп, алъяпҡыстар, ҡалпаҡтар сигеп бирҙе. Уның ҡул эштәре менән райондаштарыбыҙ төрлө күргәҙмәләрҙә танышып тора. Фәниә ҡурсаҡтар өсөн дә милли кейемдәр тегә һәм бәйләй. 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтары районыбыҙға килгән саҡта ла Фәниә Әхмәтованың ошо ҡул эштәре күргәҙмәлә урын алғайны. Ғөмүмән, беҙҙең Асҡын районында оҫталар күп. Хәҙер һәр ауылда тиерлек ошондай боронғо кейемдәрҙе тергеҙеү, уларға биҙәүестәр әҙерләү, йәштәр, уҡыусылар араһында ошо йүнәлештә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү буйынса әүҙем эш алып барыла. Йәштәрҙең дә был эшкә дәртләнеп тотоноуы һөйөндөрә. Ошоларҙың барыһы тураһында ла һөйләргә тырыштым, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы.
Бына шулай, һәр башланғысты күтәреп алып, тормошҡа ашырыусы Мәмдүнә Зарипова ошо боронғо камзул һәм күлдәк өлгөләре буйынса үҙенә Ҡыр-Танып ырыуы ҡатын-ҡыҙы кейемен тергеҙеп кейҙе. Нәҡ ошо кейемдәрҙе кейеп, ул «Киске Телеүҙәк» тапшырыуында ла бик матур сығыш яһай. Афарин!
Наилә Имаева.