Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
27 Август 2021, 05:46

Тыуған ауылына ярҙам итә

Үҙ-ара ярҙамлашыу традициялары беҙҙең республикала һәр ваҡыт көслө булды.Ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан күп кенә уңышлы кешеләр үҙҙәренең кесе ватанына булыша. Йөҙләгән кеше яҡташтарының мөһим проблемаларын йә аҡса, йә техника менән ярҙам күрһәтеп, йәки шәхсән үҙҙәре ҡатнашып, хәл итә. Үҙ-ара ярҙамлашыу системаһын булдырыу маҡсатында республикала “Атайсал” проекты эшләй башланы. Башҡортостанда, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә Борайҙан, район ауылдарынан сыҡҡан бик күп уңышлы кеше йәшәй. Шундай изге күңелле кешеләрҙең береһе — Фәридә Әҙһәмова.

Тыуған ауылына ярҙам итәТыуған ауылына ярҙам итә
Тыуған ауылына ярҙам итә

Фәридә Венерит ҡыҙы Борай районының Иҫке Таҙлар ауылында тыуып үҫкән, Борай 1-се мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетына уҡырға инә. Ҡыҙыл дипломлы белгес буласаҡ тормош иптәше Рөстәм Әҙһәмов менән таныша һәм улар хаҡлы ялға сыҡҡансы Алексеевский совхозында эшләй. Өлгөлө ғаилә ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Балалары буй еткереп, Америка Ҡушма Штаттарына сығып китергә ҡарар итә. Атай менән әсәй уларҙың тормошон, сит илде ҡарап ҡайтырға тип ҡунаҡҡа барған ерҙән шулай уҡ бирелә төпләнеп ҡала. Бына әлеге көндә улар меңләгән саҡрымдарҙа урынлашҡан Америкала ғүмер итә. Фәридә апай был ваҡыт эсендә телде, яңы һөнәр үҙләштереп, коммерция фирмаһында директор булып эшләй.Тик нисек кенә булмаһын, тыуған яҡ, төп нигеҙ һағындыра шул. Әҙһәмовтар йыл һайын Башҡортостанда йәшәгән туғандарының хәлен белеп, Фәридә апайҙың туған нигеҙенә ҡайтып тора.
Тыуған ауылы — Иҫке Таҙларҙы төҙөкләндереүҙә һәр ваҡыт ярҙам итә ул. Күптән түгел Иҫке Таҙларҙағы “Хәтер баҡсаһы” янында 53 мең һумлыҡ ике бәүелсәк һәм беседка урынлаштырылды. Бәүелсәктәргә ауылдағы бала-саға бигрәк тә шат, сөнки ауылда балалар майҙансығы юҡ. Ә беседка дуҫтар, ауылдаштар менән күрешеп, ултырып һөйләшеү урынына әйләнде. Был Әҙһәмовтар ғаиләһе күрһәткән берҙән-бер ярҙам түгел. Мәҫәлән, 2020 йылда Фәридә Венерит ҡыҙы ғаиләһе обелиск төҙөлөшөнә һәм зыярат ҡоймаһын төҙөкләндереүгә 20-шәр мең һум, мәсеткә ярым ай яһатыуға 50 мең һум аҡса күсергәйне.
— Кешеләрҙән ысын күңелдән рәхмәт ишетеү, һинең эштәреңдең кәрәклеген тойоу бик мөһим. Мин тыуған ауылыма, уның халҡына ярҙам итә алыуыма бик шатмын, — ти Фәридә апай.
Тыуған ауылы халҡының йөҙләгән проблемаларын хәл итергә ярҙам иткән, тыуған ерҙәре яҙмышына битараф булмаған Фәридә Әҙһәмова кеүек кешеләргә ҡарап һоҡланырға ғына ҡала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Атайсал” проектын республика етәксеһе Радий Хәбиров башлап ебәргәйне. Уға ауыл биләмәләре башлыҡтары, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, депутаттар, фермер хужалыҡтары башлыҡтары һәм эшҡыуарҙар ҡушылды. Тыуған ауылы һәм ҡалаһы яҙмышына битараф булмаған кешеләр хәйриә программаларын тормошҡа ашыра.
Авторы: Зәһинә Ибатуллина.

Тыуған ауылына ярҙам итә
Тыуған ауылына ярҙам итә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас