

Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса «Атайсал» проектында яҡташтарыбыҙ — шәхси эшҡыуар Фәрит Тимершин (Подлубов ауылынан) еңеүсе тип танылды. «Дәүләт эшсәнлеге» номинацияһында – Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары, Ҡариҙел районының элекке район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, «Мәғариф» номинацияһында – Кирҙә урта мәктәбе директоры Резеда Камалтдинова, “Йәмәғәт эшсәнлеге” номинацияһында – шулай уҡ Кирҙәнән хаҡлы ялдағы Әнфис Шәйхинуров, «Сәнәғәт»тә –Ҡараярҙан «КАСОЛ» йәмғиәтенең генераль директоры Фәрзәт Шәмсетдинов, «Эшҡыуарлыҡ» номинацияһында шәхси эшҡыуар Мәфҡәт Ғәйнетдинов (Сурҙы) еңеүсе булараҡ билдәләнде.
Проектта еңеүселәргә район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров тыуған яҡ алдындағы яҡшы эштәре халыҡ тарафынан юғары баһаланған яҡташтарыбыҙға проекттың дипломын һәм иҫтәлекле миҙалын тапшырҙы.
Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Улар үҙҙәренең көндәлек һәм өлгөлө эштәре менән районыбыҙҙы төҙөй һәм нығыта.
Авторы: Люция Карамова.