Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
11 Май 2021, 14:31

Ҡазан мәктәбендә билдәһеҙҙәр атыш ойошторған, ҡорбандар бар

11 майҙа Ҡазан мәктәбендә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике кеше атыш ойошторған. Уларҙың береһен – 19 йәшлек егетте тотҡандар. «Известия» хәбәр итеүенсә, ҡорал тотҡан егет мәктәпкә килеп ингән дә ут асҡан.

Экстрен хеҙмәттәрҙә РИА Новости агентлығына белдереүҙәренсә, кәмендә туғыҙ кеше һәләк булған, уларҙың күпселеге – балалар, дүртәүһе дауаханаға оҙатылған.
Мәктәптә тағы бер ҡораллы кеше аманаттарҙы өсөнсө ҡаттағы ябыҡ бүлмәлә тота, тигән мәғлүмәттәр бар.
Ваҡиға урынына Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов, Татарстан Республикаһы прокуроры Илдус Нафиҡов, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлаусылар юлланған.
Telegram-канал мәғлүмәттәренә ярашлы, балалар тәҙрәнән һикергән. Бина ҡамап алынған. Көс структуралары штурмға әҙерләнә. Ҡорбандарҙың тағы ла күберәк булыуы ихтимал, тип хәбәр ителә.
Фото: Telegram-каналдан стоп-кадр
Читайте нас: