Йәнтөйәк
+7 °С
Облачно
Антитеррор

Генерал Шайморатовтың “Алтын Йондоҙ” миҙалы ҡайта!

9 Майҙа республика ѳсѳн икеләтә байрам буласаҡ: Мәскәүҙән Ѳфѳгә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың “Алтын Йондоҙ” миҙалын мәңгелек һаҡлауға алып киләләр.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта республика Хѳкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

"Кѳтѳп алынған тарихи ваҡиғаны беҙ лайыҡлы һәм юғары кимәлдә уҙғарасаҡбыҙ", - тине Радий Фәрит улы.

Иҫегеҙгә тѳшѳрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйылғы 30 марттағы Указы менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы кѳрәшкәндә күрһәткән батырлыҡтары, ҡаһарманлығы ѳсѳн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/General-Shaymoratovti--Altin-Yondo--mi-ali-ayta-251424/
Читайте нас