Бөтә яңылыҡтар

Еңеү өсөн 27 миллион аҙым

Бергәләп Өфөнән Берлинғаса барып етәйек!

Өфөнөң «Спутник ФМ» радиоһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә «Еңеү өсөн 27 миллион аҙым» акцияһын үткәрә.


Унда һәр кем ҡатнаша ала. Көн дауамында атлаған аҙымдарығыҙ ошо радио сайтында теркәргә кәрәк. Эшкә китеп бараһығыҙмы, паркта йөрөйһөгөҙмө, скандинавса атлайһығыҙмы, походта сафтамы: аҙымдарығыҙҙы һанағыҙ һәм яу юлын үткән туғандарығыҙ рухына бағышлағыҙ.


Ни өсөн тап 27 миллион аҙым? Был Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 27 миллион совет гражданы иҫтәлегенә арналған.

Иҫәп-хисап эшен аҡыллы телефондарығыҙға ла ышанып тапшыра алаһығыҙ.Телефонығыҙҙа видео төшөрөгөҙ, социаль селтәрҙәрҙә #27МиллионовШаговЗаПобеду хештегы аҫтында дуҫтарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ. Акцияға ҡушылығыҙ!

Өфөнән Берлинғаса юлды бергә үтәйек!

Фото: «Спутник ФМ» .

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас: