Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
2 Ғинуар 2020, 18:55

Яңы йылда — яңы ғаилә

Фәнзилә һәм Нияз Әхмәтдиновтарға мөхәббәтле, бәхетле ғүмер юлы үтергә яҙһын!

Яңы йыл байрамы алдынан Солтанай ауылында йәшәүсе әүҙем хәбәрсебеҙ, район гәзиттәренең тоғро дуҫы Рәйсә Сәләхетдинова ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға булды — икенсе ҡыҙы Фәнзилә кейәүгә сыҡты.
Фәнзилә Бөрө ҡалаһында медицина-фармацевтика колледжын тамамлағандан һуң, апаһы Резеда эргәһенә себер яҡтарына сығып киткәйне. Йәш белгес Нижневартовск ҡалаһында фармацевт булып эшләй. Буласаҡ тормош иптәше — Тәтешле районы егете Нияз Әхмәтдинов менән шунда танышып, бер-береһен оҡшаталар. Нияз нефть тармағында эшләй.
Сентябрь айында отпускыға ҡайтҡан саҡтарында йәштәрҙең никахы булды. Бына Яңы йыл байрамы алдынан Асҡын һәм Тәтешле райондары араһында туғанлыҡ ептәре һуҙып, йәш ғаилә никахтарын законлаштырҙы. Туй тантанаһы Тәтешле ауылының “Косая степь” кафеһында үтте.
Әлеге көндә туй мәшәҡәттәрен артта ҡалдырып, йәйгә тиклем ата-әсәләре, туғандары менән хушлашып, йәштәр Нижневартовск ҡалаһына үҙ фатирҙарына, эшкә юлланды.

Фәнзилә һәм Нияз Әхмәтдиновтарҙың яңы тыуған ғаиләһенә тигеҙ мөхәббәт, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған ғүмер, именлек теләйбеҙ. Һау-сәләмәт балалар үҫтереп, дуҫтарына, туғандарына матур өлгө күрһәтеп йәшәргә яҙһын уларға.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: