Райондаштарыбыҙ махсус хәрби операцияла булған яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итә. Әмир ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн борщ һәм солянкалар әҙерләне.
“Иң мөһиме, яугирҙарыбыҙ тиҙерәк Еңеү менән иҫән-имен генә ғаиләләренә ҡайтһын. Ә беҙ ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп торабыҙ. Әҙерләгән ризыҡтарыбыҙ уларға көс, ышаныс һәм сәләмәтлек өҫтәһен!” — ти уңған ағинәйҙәр.
Наилә Имаева.