Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Ноябрь , 06:50

Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдиновты дәүләт наградаһы алыуы менән ҡотлайбыҙ!

«Танып» шифаханаһы директоры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдиновты «БР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы  менән ҡотлайбыҙ!

Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдиновты  дәүләт наградаһы алыуы менән ҡотлайбыҙ!
Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдиновты дәүләт наградаһы алыуы менән ҡотлайбыҙ!

Өфөлә Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды.

Бындай тантананың Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан уҙғарылыуы сараға тағы ла ҙурыраҡ мәртәбә өҫтәне.

Залға йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе  Константин Толкачев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, республика етәкселегенең тәбрикләү сәләмдәрен еткерҙе.

– Беҙҙең күп милләтле һәм күп конфессиялы илебеҙҙе, республикабыҙҙы нығытҡан Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан  үҙен тыуған иленә хеҙмәт итеүгә арнаған замандаштарыбыҙҙы тәбрикләргә йыйылдыҡ, – тине парламент спикеры.

Айырым һүҙҙәрен ул Ватан һаҡсыларына арнаны. Уларҙың батырлығында дөйөм халыҡтың ярҙамын да иғтибарға алды.

– Бөгөн беҙҙең изге бурыс – Ватаныбыҙҙың суверенитетын һаҡлау. Ирекле һәм бойондороҡһоҙ илдә йәшәүгә, хеҙмәт итеүгә, балалар үҫтерергә үҙебеҙҙең хоҡуғыбыҙҙы яҡлау. Яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар намыҫ менән хәрби бурыстарын үтәй, ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә беҙ һәр ваҡыт ышаныслы таяныс буласаҡбыҙ. Рәсәйҙең яңы төбәктәренә лә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Еңеүҙе яҡынайтыуға һәр беребеҙ ҡулынан килгәнсә үҙенең өлөшөн индерә, – тине Константин Толкачев.

Бүләкләнеүселәр араһында билдәле райондашыбыҙ, «Танып» шифаханаһы директоры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдинов та бар ине. Ул  «БР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды! Кашшаф Сәйфит улын дәүләт наградаһы алыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Артабан да уға тик уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдиновты  дәүләт наградаһы алыуы менән ҡотлайбыҙ!
Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдиновты дәүләт наградаһы алыуы менән ҡотлайбыҙ!
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: