Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
31 Октябрь , 14:20

Төркмән ҡыҙы тырышлығы менән һоҡландыра

Гунча Нурғәлиева —  төркмән ҡыҙы. Ул Төркмәнстандың  Дашогуз районында йәшәүсе ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Исеменең мәғәнәһенә килгәндә, төркмән теленән “сәскә бөрөһө”, тигәнде аңлата.

Төркмән ҡыҙы тырышлығы менән һоҡландыра
Төркмән ҡыҙы тырышлығы менән һоҡландыра

Гунча  өсөнсө курста белем ала, рус теле һәм әҙәбиәте укытыусыһы белгеслеген һайлаған. Был йүнәлеш уның өсөн бик мөһим, сөнки ул бәләкәйҙән  китап уҡырға ярата, һәр саҡ белемен камиллаштырырға ынтыла.

Милләтенең традицияларына хөрмәт менән ҡарап, үҙенең яратҡан милли аш-һыуы былау, дограма, хәлүә, бауырһаҡ һәм ҡатлама бешереп, дуҫтарын һыйларға ярата. Үҙенең милли кейеме һәм йолалары аша ул туған һәм милли үҙенсәлектән айырылмай.

Гунча ғаиләһе менән Науруз, Ҡорбан, Ураҙа байрамдарын үткәрә, йолаларҙы һаҡлап, уларҙы йәшәүҙең аҫыл өлөшө итеп ҡабул итә.

Сессияларҙы уңышлы тамамлап, йәйге каникулда Гунча Башҡортостандың Торатау шихандарын ҡарап, тәбиғәт менән илһамланып ҡайтҡан. Уның хыял һәм маҡсаттары – магистратураға уҡырға инеү, Рәсәйҙә ҡалырға һәм һөнәри яҡтан үҫешергә ынтылыу.

Камила Мөхәмәтова.

Бөрө ҡалаһы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: