Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
31 Октябрь , 13:45

Тәнзилә Яҡупованың өсөнсө китабының исем туйы үтте

Ҡариҙел ауылында билдәле шағирә, Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты, «Иҙел» әҙәби берекмәһе етәксеһе Тәнзилә Муллаян ҡыҙы Яҡупованың «Әсәйле саҡтар – иң матур мәлдәр» тип аталған китабының исем туйы үтте. Илһөйәрлек, телһөйәрлек менән һуғарылған сарала танылған райондашыбыҙ ижад серҙәре менән уртаҡлашты һәм ҡунаҡтарҙы шиғриәт донъяһына алып инде.

Тәнзилә Яҡупованың өсөнсө китабының исем туйы үтте
Тәнзилә Яҡупованың өсөнсө китабының исем туйы үтте

Күп функциялы мәҙәниәт йортона йырлы-моңло әҙәби кисәгә йыйылған тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Был күренеште Тәнзилә Муллаян ҡыҙының яратҡан районы өсөн күңелен биреп эшләгән хеҙмәт емешенең һөҙөмтәһе тип аңларға була.
Шағирәнең шатлығын Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Руслан Булатов, ҡәләмдәш дуҫтары, «Серҙәштәр» фольклор коллективы, «Сихри моң» ансамбле, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, шулай уҡ йыраҡ араларҙы яҡынайтып килгән Өфө ҡунаҡтары — Башҡортостан татарҙары конгресы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, журналист  Зәлиә Ахунова, билдәле музакант, шағир, төрлө конкурстар лауреаты Салауат Әхсәнов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Иҙрис Кәлимуллин уртаҡлашты.
Тәнзилә Яҡупова 1960 йылдың 12 сентябрендә Ҡариҙел районы данлы унлар ерендә Туйыш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған.
Муллаян менән Мөҡсинә Нуриәхмәтовтар ете балаға ғүмер бүләк итә. Тәнзилә алтынсы булып ғаиләлә матур тәрбиә ала. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ә әсәһе механизатор һәм комбайнсы булып эшләй. Улар игелекле, намыҫлы һәм талантлы кешеләр була. Ғаиләлә балалары ла ижад менән мауыға: матур итеп йырлай, улдары гармунда уйнай.
— Хәтеремдә, кистәрен беҙ өлкән ағай-ҡустыларым һәм апай-һеңлеләрем менән урамда ололар алдында концерт ҡуя торғайныҡ: йырлай, бейей һәм шиғырҙар уҡый инек. Ауылыбыҙҙың ошо киң күңелле, оло йөрәкле олатай-өләсәйҙәрен һағынам, улар беҙҙе тик яҡшылыҡҡа өйрәтте! — тип иҫкә алды Тәнзилә Яҡупова ғаиләһен һәм ауылдаштарын.
Ул иң беренсе шиғырын ун йәшендә, башланғыс класта уҡығанда яҙа. Яратҡан шөғөлөн мәктәп, студент йылдарында «Бөрөләр» ижад түңәрәгендә дауам итә.
Сабый саҡтан уҡ йыр-моңға, шиғри һүҙгә ғашиҡ ҡыҙ остазы Рәзифә Хәйҙәрова кәңәше буйынса уҡытыусы һөнәрен һайлап, бар ғүмерен балаларға һабаҡ биреүгә, туған телгә, тыуған ергә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләүгә бағышлай. Күңелендә дәрт һәм рух ташып торған гүзәл зат хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙемлеген юғалтмай, киреһенсә, ҙур теләк менән йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, фольклор коллективта шөғөлләнә.
— Мин беҙгә, ете балаһына ғүмер бүләк итеп, һәр беребеҙгә яҡшы белем һәм күркәм тәрбиә биргән, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға ярҙам иткән яратҡан әсәйемә рәхмәтлемен, — тине Тәнзилә Муллаян ҡыҙы. — Уның тәрбиәһе, аҡыллы кәңәштәре, тормош һабағы бөгөн дә иң ҙур терәк һәм ярҙамсы. Әсәйемдең һәр әйткән һүҙе ҡолағымда яңғырағандай. Был китабымды мин уға бағышлайым.
«Әсәйле саҡтар – иң матур мәлдәр» китабында шулай уҡ яҡындарына, оло быуынға, тыуған ауылына бағышланған шиғырҙарҙы осратырға була. Башҡортостаныбыҙың төп символы – милли ҡурай, халыҡ ижады мираҫы, көнкүреш йолалары ла йыйынтыҡта сағылыш тапҡан. Байҡы буйҙарында борондан көн күргән унлар ырыуы халҡына арналған шиғырҙары уның үҙенең дә ошо көслө һәм бай тарихлы заттан икәнен дәлилләй. Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ, илебеҙ тыныслығы һәм аяҙ күк өсөн көрәшкән ағайҙарына бағышланған шиғыр юлдары ла ижадын яратыусы уҡыусыларҙы урап уҙмай. Тәрән мәғәнәле, фәлсәфәүи ҡарашлы, тормошта хаталанмаҫҡа өндәгән йыйынтыҡ яҡташтарының өҫтәл китабына әйләнер. Ә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, китапханала эшләүсе хеҙмәткәрҙәр йәш быуынға илһөйәрлек хистәрен еткереү маҡсатында яңы ғына донъя күргән йыйынтығында баҫылып сыҡҡан шиғырҙарҙы сараларҙа ҡулланыр, тип ышанабыҙ.
— Тәнзилә Муллаян ҡыҙының ижади тормошо һоҡланыу уята. Ул уҡыусыларға үҙенең әҙәбиәткә һөйөүен тапшыра, тәбиғәтенең һәм йәнтөйәгенең матурлығын данлай. «Туйыш – ғүмер ҡояшым» тигән беренсе китабы 2015 йылда донъя күреп, йәмәғәтселектең юғары баһаһын алды. Өс йылдан һуң «Күңел яҙҙарҙай моңло» тип аталған йыйынтығы донъя күрә. Ә бөгөн инде беҙ шағирәнең өсөнсө китабының шаһитыбыҙ. Уның ижады кесе Ватаныбыҙға тоғролоҡ менән һуғарылған һәм беҙҙе булғанды ҡәҙерләргә өйрәтә, — тине Ҡариҙел үҫмерҙәр моделле китапханаһының баш китапханасыһы Әлфиә Хөсәйенова.
Байрамда әйтелгән йылы һүҙҙәр, китап авторының шиғырҙарына райондың билдәле музыканттары Мөғәниф Абраров һәм Фәнзәл Ҡотдосов ижад иткән йырҙарҙы Зилә Ҡотдосова, Зилә Рәхмәтова, Рина Зәлилова башҡарҙы.  Иҙрис Кәлимулиндың һәм «Серҙәштәр» фольклор коллективы башҡарыуында дәртле йырҙар сараның биҙәге булды.
Тәнзилә Яҡупованың ижад кисәһе шундай йылы, рухлы мөхиттә уҙып, һәр беребеҙҙең күңелендә онотолмаҫ бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Марат Бүләков.

Ҡариҙел районы.

Тәнзилә Яҡупованың өсөнсө китабының исем туйы үтте
Тәнзилә Яҡупованың өсөнсө китабының исем туйы үтте
Тәнзилә Яҡупованың өсөнсө китабының исем туйы үтте
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: