30 октябрҙә Ҡыйғы районында «Таҡмаҡ ярышы» халыҡ таҡмаҡтарының асыҡ район конкурсы үтте.
Ошо бәйгелә Ҡариҙел районының «Серҙәштәр» фольклор коллективы (етәксеһе Зилә Рәхмәтова) һәм аккомпаниаторҙары - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Финғәт Хаматов, Фәнзал Ҡотдосов уңышлы сығыш яһап, өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Таҡмаҡтар бәйгеһендә Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы райондарының һәм Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһынан коллективтар үҙҙәренең ижади һәләтен һынап ҡараны.
Республикабыҙҙың баш ҡалаһынан килгән абруйлы баһалама комиссия ағзалары «Яңғыҙ башҡарыу» һәм «Ансамбль менән башҡарыу» номинацияларында иң оҫта таҡмаҡсыларҙы билдәләне.
Был конкурс халыҡтың ауыҙ-тел ижадын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, таҡмаҡ жанрын популярлаштырыуға һәм райондың мәҙәни тормошонда туған телде тергеҙеүгә булышлыҡ итә.
Марат Бүләков.
Зилә Рәхмәтова фотолары.
Ҡариҙел районы.