Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
31 Октябрь , 14:15

Некруз Шокиров уҡытыусы һөнәрен һайлаған

Некруз Шокиров Тажикстандың Дүшәмбе ҡалаһында тыуып үҫә. Исеменең мәғәнәһенә килгәндә, нейк – яҡшы, йомарт, ә руз  көн тигәнде белдерә. Йәғни, яҡшы көн.

Некруз Шокиров уҡытыусы һөнәрен һайлаған
Некруз Шокиров уҡытыусы һөнәрен һайлаған

 

Некруз 2020 йылда  рус теле һәм рус әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Үҙе ҙур ҡалала тыуып үҫкәс, уны тарихи ҡаланың тыныслығы мауыҡтыра. Үҙ илендә рус телен икенсе дәүләт теле булараҡ өйрәнгәс, тиҙ арала үҙенә дуҫ-иштәр ҙә таба. Беренсе йылдан уҡ Рәсәй студенттар отряды менән Камчаткаға эшкә бара, уҡыу йорто сиктәрендә үткән төрлө фестивалдәрҙә, сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. “Тыуған илебеҙҙән йыраҡ булһаҡ та, беҙҙе Башҡортостанда үткән байрамдар берләштерә, – ти ул. – Мәҫәлән, Ураҙа, Науруз байрамдары”.

Тажиктарҙың милли аштары –  былау, һурпа, шакароб, курутоб. Тыуған илен бик һағынһа ла, биш йыл дауамында бер тапҡыр ғына ҡайта, яҡындары менән телефондан һөйләшеп тора. Педагогик практика үткән ваҡытта балаларға белем биреү процесы Некрузға бик оҡшаған. Үҙенең киләсәген ул уҡытыусы итеп күҙаллай. Шуға күрә уҡыуын тамамлағас та Алыҫ Көнсығышҡа уҡытыусы булып барырға уйлай.                                               

Аделина Шәмсиева.

Бөрө ҡалаһы.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: