Конкурс программаһында фольклор, шул иҫәптән ғаилә коллективтары ҡатнашты. Этнофестивалдә беренсе тапҡыр милли кейемдәр тегеүсе һәм биҙәүестәр яһаусы оҫталар араһында конкурс үткәрелде. Шулай уҡ сара сиктәрендә һәләтлеләр конкурсы, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, эксперттар һәм этнографтар менән фекер алышыуҙар, шулай уҡ милли кейемдәр дефилеһы һәм гала-концерт уҙҙы.
“Көмөш йомғаҡ” этнофестиваль-конкурсы талантлы оҫталар ярышы ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә халыҡ сәнғәте байрамы булды. Ҡатнашыусылар “Фольклор коллективтар”, “Халыҡ кейеме оҫтаһы” һәм “Традицион аксессуарҙар эшләү оҫтаһы” номинацияларында үҙ эштәрен тәҡдим итте.
Этнофестивалде тантаналы асыу Мари тарих-тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгендә үтте. Унда район хакимиәте башлығы Лариса Александрова һәм мәртәбәле ҡунаҡтар сығыш яһаны.
Артабан Мәҙәниәт һарайында фольклор коллективтарҙың сығышы башланды. Ҡатнашыусылар халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығын күрһәтеп, традицион костюмдарҙа сығыш яһаны, үҙенсәлекле музыка ҡоралдарында уйнаны. Һәр тамаша үҙенә башҡа уникаль булып, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр һәм уйындар менән оҙатылып барҙы. Фольклор коллективтар конкурсы халыҡ традицияларын һаҡлауҙа ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү генә түгел, төрлө фин-уғыр халыҡтары вәкилдәре араһындағы ижади бәйләнеште лә нығытыу сараһы булды. Ҡатнашыусылар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты, оҫталыҡ серҙәре менән бүлеште.
Ә был ваҡытта Мари тарих-тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгендә ижади күргәҙмә үтте. Подиумда музей өлгөләре, тарихи яҙыуҙар буйынса тергеҙелгән боронғо күлдәктәр тәҡдим ителде. Этнофестивалдә тәжрибәле оҫталар менән бер рәттән яңы эш башлаусы гүзәл заттар ҙа ҡатнашты. Һәр эш үҙенсә һоҡланғыс һәм милли мәҙәниәттең байлығын сағылдырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто, Мишкә районы хакимиәте һәм Свердловск өлкәһенең “Урта Урал традицион халыҡ мәҙәниәте үҙәге” араһындағы өс яҡлы килешеү “Ший мундыра” (“Көмөш йомғаҡ”) төбәк-ара этнофестиваль-конкурсының сағыу мәле булды. “Был документ — төбәктәр һәм быуындар араһындағы тере күпер, беҙгә бергәләп ата-бабаларыбыҙҙың бай мираҫын һаҡларға булышлыҡ итәсәк. Хәҙер беҙҙең мари телен, йырҙарын, йолаларын, халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн мөмкинлектәр артасаҡ. Килешеү сиктәрендә берҙәм фестивалдәр, конкурстар ойошторасаҡбыҙ, мәҙәниәтте һаҡлауҙың иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡбыҙ, йәштәр өсөн яңы проекттар булдырырбыҙ”, — тине район хакимиәте башлығы Лариса Александрова.
Гала-концертта иң яҡшы коллективтар сығыш яһағанда залда алҡыштар тынманы. Мәртәбәле жюри ағзалары конкурсанттар сығышының техник оҫталығын ғына түгел, үҙенсәлеген дә, традицион элементтарҙың һаҡланыуын һәм заманса алымдар ҡулланылыуын да иҫәпкә алып, иң-иңдәрҙе билдәләне. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һәр номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Ҡатнашыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
“Фольклор коллективтар” номинацияһында Гран-приға Мишкә районының “Вуд толкын” фольклор коллективы лайыҡ булды. Сосновка ауылының талантлы коллективы Туй йолаһын күрһәтте.
“Халыҡ кейеме оҫтаһы” номинацияһында Нуриман районынан Людмила Матюшина еңеүсе булды.
“Традицион аксессуарҙар эшләү оҫтаһы” номинацияһында Лидия Яшкузина (Нуриман районы) — 1-се урынға лайыҡ булды.
“Фин-уғыр халыҡтарының тарихи кейемен тергеҙгәне өсөн” номинацияһында Бөрө ҡалаһынан Алексей Шамукаев диплом менән бүләкләнде. Бай йөкмәткеле һәм яңы ҡаҙаныштарға дәртләндергән ҙур сара йолаға әйләнгән мари бейеүе менән тамамланды.
Светлана Тоймырҙина.
Автор фотолары.
Мишкә районы.